Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Ғинуар 2020, 18:02

Каникулдар бушҡа үтмәне

Беҙҙең Маҡар мәктәбе каникулдар осоронда ла гөрләп торҙо.

Беҙҙең Маҡар мәктәбе каникулдар осоронда ла гөрләп торҙо.
3 ғинуар көндө балалар спорт залына баскетбол уйнарға килһәләр, 6 ғинуарҙа балалар менән бергә уҡытыусылар, ата-әсәләр "Атай, әсәй һәм мин - спорт яратҡан ғаилә" ярышына йыйылды. Барыһы 8 ғаилә спорт ярыштарының 6 этабын да уңышлы үтеп, Сәғиҙуллиндар, Латиповтар, Абдуллиндар ғаиләләре еңеүсе тип билдәләнде.
Каникулдың башҡа көндәрендә балалар өсөн санала шыуыуҙар ойошторолдо.
11 ғинуар көнө Ишембай ҡалаһында район кимәлендә үткәрелгән "Атай, әсәй һәм мин - спорт яратҡан ғаилә" ярыштарында Ҡотлоғәлләмовтарзың 1-се урын яулауы һәм уларҙың район данын яҡлап Өфөгә барасаҡтары беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ булды.
Ҡышҡы каникул ваҡытында балалар сынығып, көр күңел менән уҡырға килделәр.

Азнабаева М.Ә.,башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Читайте нас: