Бындай уңыштар хаҡында көн дә яҙырға тура килмәй. Ишембай ҡыҙы - М. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты магистратураһын тамамлау алдында торған Алина Ханнанованың ҡалабыҙҙың мәғәриф учреждениеларында тормошҡа ашырыласаҡ проекттары 31 миллион һумдан ашыуға грант яуланы! Һис шикһеҙ, уҙған йылдың ҙур ҡаҙаныштары рәтендә билдәләнергә тейеш ваҡиға булды ул.
Йәштәребеҙҙең булдыҡлығын, тыуған район, республика мәнфәғәтендә эшләргә әҙер икәнлеген күрһәткән был еңеү хаҡында күптән хәбәр итергә тейеш булғанбыҙҙыр. Әммә егәрле, төплө кешеләргә шау-шыуҙан бигерәк, эшеңдең һөҙөмтәһен күреү ҡиммәт. Алина Радик ҡыҙы ла проектын ғәмәлдә күреү этабына яҡынлашҡас ҡына балалар, йәштәр өсөн яңы мөмкинлектәр асҡан был программалар хаҡында социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итте.
Һүҙ Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте гранттары ярҙамы менән ҡалабыҙҙың балалар ижад һарайында һәм 2-се мәктәп нигеҙендә тормошҡа ашырыласаҡ проекттар хаҡында бара.
- Ошо көндәрҙә 2-се мәктәптә 9-11 класс уҡыусылары өсөн “Йәштәр инновациялары кампусы”н асасаҡбыҙ. Әле дүрт кабинет иң алдынғы өлгөләр буйынса йыһазландырыу этабында. Инновациялы проекттар, IT-технологиялар, химия, математика һәм башҡа йүнәлештәрҙә үҫешкә әҙер булған һәләтле йәштәрҙе туплау маҡсаты ҡуйылған. 17-26 ғинуарға билдәләнгән тәүге сменаға 150 кеше һайлап алынасаҡ. Олимпиадаларҙа, төрлө ярыштарҙа һөҙөмтәләре булған уҡыусыларҙы көтәбеҙ, - тип уртаҡлашты проект авторы.
Үҙе лә студент тормошонан айырылмаған Алинаны талантлы балаларға, йәштәргә юл ярыусы тип атарға ысындан да нигеҙ бар. Балалар ижады һарайында асыласаҡ 5-18 йәшлектәр өсөн технопарк та һоҡландыра. Ҙур конкурстарға, конференция, олимпиадаларға әҙерлектән тыш, эҙләнеү, уйлап табыу эштәрен юғары технологиялы бизнесҡа әйләндерергә ярҙам итеүгә ҡоролған был проект хаҡында бик оҙаҡ һөйләргә мөмкин. Бөгөнгө быуындың ошондай заманса мөмкинлектәре булыуы шатландыра, ғорурландыра. Технопаркты асыу 17 ғинуарға билдәләнгән.
Алинаның әлеге көндә район хакимиәтендә милли проекттар һәм программалар менән идара итеү бүлегендә баш белгес булып эшләүен дә әйтеү кәрәк. Проекттар өҫтөндә эшләү, гранттар яулау оҫталығын белеп ҡалыу менән хакимиәт эшенә йәлеп ителгән студент ҡыҙҙан күп нәмәгә өйрәнергә була. Федераль, республика гранттарына дәғүә итеп ҡарарға теләүселәр булһа, рәхим итеп Алина Радик ҡыҙына мөрәжәғәт итегеҙ. Ул эшләгән бүлек телефоны - 3-39-41.
Сит илдәрҙә стажировкалар көткән ҡыҙҙы тыуған ҡалаһы тиҙ генә ебәрерме икән? Мәскәү вузында уҡып, тыуған республикаң менән бәйләнеште һаҡлап ҡалыу еңелме? Ошолар хаҡында Алина менән интервью көтөгөҙ. Бигерәк тә йәштәр өсөн файҙалы һөйләшеү килеп сыҡмаҡсы.