Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Декабрь 2019, 13:10

Балаларға ҡанаттар үҫте

Ошо көндәрҙә район һәм ҡалабыҙ мәктәптәренән 19 уҡыусы Өфөгә республика шыршыһына барып ҡайтты. Уҡыуҙа тырыш, спортта, йәмәғәт эштәрендә алдынғы балаларҙың хәтерендә онотолмаҫ кисерештәр ҡалдырған осрашыу булды ул.

Ошо көндәрҙә район һәм ҡалабыҙ мәктәптәренән 19 уҡыусы Өфөгә республика шыршыһына барып ҡайтты. Уҡыуҙа тырыш, спортта, йәмәғәт эштәрендә алдынғы балаларҙың хәтерендә онотолмаҫ кисерештәр ҡалдырған осрашыу булды ул.
“Башҡортостан” дәүләт концерт залында ойошторолған төп Яңы йыл шыршыһы байрамына республика белем усаҡтарынан, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙән, хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәр һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре ғаиләләренән, шулай уҡ сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙҙар һәм малайҙар – бөтәһе 780 бала йыйылды.
Тантанала Ишембайҙан 1-се гимназия, 2-се, 3-сө, 11-се, 15-се, 16-сы, 18-се, 19-сы мәктәптәр, 12-се лицей, 2-се башҡорт гимназия-интернаты, Башҡорт кадет корпусы, 7-се коррекция мәктәбе, райондан Этҡол, Урман-Бишҡаҙаҡ, Петровск балалар йорто һәм Петровск мәктәбе, Яңы Әптек һәм Кинйәбулат мәктәбе уҡыусылары ҡатнашыу бәхетенә эйә булды. “Ҡыш бабайҙың мөғжизәле циркы” тамашаһы, күркәм бүләктәр һәм әлбиттә, билдәле кешеләрҙән иң матур теләктәр ишетеү балалар күңелендә сағыу байрам тойғоһо булдырҙы.
- Быйыл мине лә был ҙур тантанала ҡатнашыу мөмкинлеге менән бүләкләнеләр. Артабан да тырышып уҡырға, яңы маҡсаттарға дәрт алып ҡайттым. Сәхнәнән республика башлығы Радий Хәбиров исеменән беҙгә ҡотлау һүҙҙәре әйттеләр. Ә уның ҡатыны Каринэ Владимировна “Дуҫлыҡ сылбыры” акцияһын башлап ебәрҙе. Унда теләгән бер телдә дуҫлыҡ, тыныслыҡ тураһында һүҙҙәр яҙылған балдаҡты сылбырға ҡушырға кәрәк ине. Сылбыр оҙонайған һайын илебеҙҙәге милләттәр күплеген, дуҫлыҡта йәшәргә кәрәклеген нығыраҡ аңлайһың. Байрам мәлендә һәр баланың, һәр ата-әсәнең изге хыялы тормошҡа ашһын ине, - ти Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназияинтернаты уҡыусыһы Ғәлиә Шәрипова.
Читайте нас: