Кисә, мәҫәлән, ҡалабыҙҙың 3-сө мәктәбендә башҡорт теленә бағышланған ун көнлөк тамамланды – "Китап һабантуйы" исемле бәйге уҡыусылар күңелендә сағыу тәьҫораттар ҡалдырҙы.
7 класс рус телле уҡыусыларҙан торған "Бөрйәндәр" һәм "Юрматылар" командалары ырыуҙар тарихы, Башҡортостан тураһында презентация, сәсәндәр бәйгеһе, һәләттәр конкурсы, тәржемәләр, башҡорт аш-һыуҙары буйынса көс һынашты. Сараны ойоштороусылар – башҡорт теле уҡытыусыһы Гүзәл Иҙрисова менән мәктәп китапханасыһы Әсмә Фәхриева рус һәм башҡа милләттәрҙән булған уҡыусыларҙың иғтибарын халҡыбыҙҙың менталитетын тойоуға йүнәлтеү өсөн ҙур көс һалған.