Тимашевка төп дөйөм белем биреү мәктәбенең “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 мәктәбе” конкурсында “Иң яҡшы ауыл мәктәбе – 2019” номинацияһында алтын миҙал яулауы, ә мәктәп директорына “Йыл директоры-2019” почет билдәһе тапшырылыуы тураһында ишеткәс тә был тарафтарға сығырға ниәтләп ҡуйғайныҡ. Ошо көндәрҙә мәктәп менән яҡындан танышыу форсаты тыуҙы.
Ҡот, йылылыҡ бөркөп торған ыҡсым ғына мәктәпкә барып индек. Һәр ерҙә тәртип, таҙалыҡ күҙә ташлана. Мәктәп директоры Зөлхизә Мостафа ҡыҙы ихлас ҡаршылап, бындай юғары баһаның һуңғы өс йылдағы һөҙөмтәләргә ҡарап билдәләнеүе хаҡында әйтте. Белем усағының Рәсәй кимәлендә уңышҡа өлгәшеүендә ул иң элек коллективының тырышлығын күрә.
Балаларҙың конкурстарҙағы, олимпиадаларҙағы, ғилми-тикшеренеү эштәрендәге ҡаҙаныштары, уҡытыусыларҙың уңыштары, хатта мәктәп эргәһендәге участка күрһәткестәре – барыһы ла иҫәпкә алынған. Тимашевка мәктәбе коллективы һәр өлкәлә лә үҙен лайыҡлы танытып килә.
- “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында йыл һайын уңышлы ҡатнашып киләбеҙ. Быйыл “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсында беҙҙең мәктәптән Гөлназ Хәлиуллина районда беренселекте алып, республика кимәленә сыҡты һәм 2-се урын яулап ҡайтты, - тине уҡыу йорто етәксеһе ғорурлыҡ менән.
Мәктәп данын, әлбиттә, балалар уңыштары күтәрә. Һәр йүнәлештә тос ҡаҙаныштары бар. Мәҫәлән, спортта саңғы ярыштарында, еңел атлетикала районда алдынғы урындарҙы алып киләләр. Шиғыр һөйләүгә лә оҫталар икән. Районда ғына түгел, республика кимәлендә лә тәүге урындар Тимашевка балалары өсөн ғәҙәти күренеш.
“Әкиәттәр донъяһында” Бөтә Рәсәй һүрәт төшөрөү конкурсында “Мин йәш гений” номинацияһында ике уҡыусы 2-се һәм 3-сө дәрәжә дипломдар менән бүләкләнгән.
Мәктәп алды участкаһын тәрбиәләү буйынса ла тәжрибәләре менән уртаҡлаша алалар. Былтыр, мәҫәлән, республика кимәлендә 2-се урын яулағандар.
- Баҡсабыҙ бик бай. Уҡыусылар менән берлектә төрлө тәжрибәләр үткәрелә. Мәктәп алды участкаһы үҙебеҙҙең ашхананы төрлө йәшелсә менән тәьмин итергә ярҙам итә. Һөҙөмтәлә балаларға ашау хаҡы арзаныраҡҡа төшә. Артып ҡалған уңышты һатып, шулай уҡ уҡыусылар өсөн кәрәк-яраҡтар, ярыштар өсөн грамоталар, бүләктәр алабыҙ, - тип уртаҡлашты Зөлхизә Хамова.
Әйткәндәй, ремонттан һуң мәктәп ашханаһы күпкә күркәмләнеп киткән. Балаларҙы бында ике тапҡыр ашатыу ҡаралған, барыһы ла йылы аш менән тәьмин ителә.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ - Тимашевка мәктәбендә йәш белгестәргә ҡытлыҡ юҡ. Тәжрибәле уҡытыусылар иһә үҙҙәренең ваҡыттары менән иҫәпләшмәй, йәштәргә балалар менән эшләү нескәлектәрен өйрәтә. Бер-береңә ҡарата ихтирамлы, йылы мөнәсәбәт ҡоролған бында. Зөлхизә Мостафа ҡыҙы менән әңгәмәләшкән арала тағы ла бер нәмәгә иғтибар иттем, ни турала һөйләһә лә ул һәр ваҡыт үҙенең коллективын алға ҡуя. “Беҙҙең мәктәптең ғорурлығы – егәрле, ижади коллектив”, “Бер үҙең бер нәмә эшләп булмай, бөтә йөкләмәләрҙе коллектив менән тартабыҙ” тип, эшләгән хеҙмәттәштәрен күтәреп, үҙенә ҡарата ла ихтирам уята.
- Етәксе хеҙмәттәштәрен, балаларҙы, ата-әсәләрҙе лә тыңлай, ишетә белергә тейеш. Ошо дәүер эсендә уҡытыусылар, ата-әсәләр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек йолаһы булдырылыуына, уртаҡ тел таба алыуыма шатмын, - 25 йыл мәктәп етәкләгән Зөлхизә Мостафа ҡыҙы эшенең асылын ошондай ябай миҫалдар менән аңлата белә. Дөйөм уҡытыусылыҡ стажы 37 йылға етә. Мәктәп кенә түгел, әлеге көндә Бәрҙәшлелә һәм Тимашевкала мәктәпкәсә төркөмдәр ҙә уның иңендә. Мәктәп тормошо менән янып йәшәгәндә генә эшеңдең һөҙөмтәһе күренәлер ул. 2018 йылда республика ярҙамы менән мәктәп бинаһына капиталь ремонт эшләнгән. Ҡыйығы алмаштырылған, эске яҡтан кабинеттар төҙөкләндерелгән. Йылы бәҙрәф булдырылыуы ла бөгөнгө заман талабы. Бындай шарттарҙа уҡыуы ла күңелле.
Тик бына спорт залы булмауы ғына уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. Шулай ҙа хәлдән сығырға тырышалар. Кисен сәғәт алтынан уҡыусылар мәктәпкә йыйыла, коридорҙа өҫтәл теннисы йыһазландырылған, балалар шунда уйнарға ярата. Гимнастика менән шөғөлләнәләр, төрлө спорт уйындары ла күңелле үтә. 7-се класс уҡыусыһы, уҡыу алдынғыһы Алексей Балякиндан да мәктәп тормошо тураһында ихлас һүҙҙәр ишеттек. Ҡалала белем алыу мөмкинлеге булһа ла, ул уҡыуын туған мәктәбендә тамамларға теләй.
- Уҡытыусыларыбыҙ яҡшы, дәртләнеп уҡырға киләбеҙ. Уҡыусылар әллә ни күп түгел, шуғалыр ҙа беҙ үҙ-ара татыу, берҙәм. Мәктәптә дәрестән һуң төрлө түңәрәктәргә, секцияларға йөрөргә мөмкин. Үҙем еңел атлетика, саңғы менән шөғөлләнәм, өҫтәл теннисы ла бик оҡшай. Ҡалала уҙғарылған ярыштарҙа ла ҡатнашам, призлы урындар яулағаным бар, - тип һөйләне һәр яҡлап
һәләтле егет.
Тимашевка мәктәбендә бөгөн 52 бала уҡый, бөтәһе 10 уҡытыусы тырыша. Ҙур бер ғаилә кеүек йәшәгән коллектив һан менән түгел, һөҙөмтә менән алдырырға тигән маҡсат ҡуйған.
Өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙә генә туҡталып ҡалмаҫҡа, уҡытыусыларҙы бөтә Рәсәй кимәлендәге “Йыл уҡытыусыһы” конкурсына сығарырға тигән ҙур маҡсаттары бар. Уҡыусылар олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында күрһәткестәрен тағы ла яҡшыртырға ынтыла. Ишембай данын Рәсәй кимәлендә танытҡан бәләкәй генә коллективтың уңыштары киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ булһын.