Ошо иҫтәлекле дата уңайынан 11-се мәктәптә "Мәскәү өсөн ҡаты һуғыш" исемле сара ойошторолдо. Уҡытыусылар һәм юғары класс уҡыусылары ошо һуғышта алышҡан геройҙар тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтте. Залда ултырыусы тамашасыларға документаль фильмдарҙан өҙөктәр күрһәтелде. Уҡыусылар һуғыш темаһына арналған йырҙар башҡарҙы, шиғырҙар һөйләне.