Район кимәлендә үткән "Тамырым" шиғыр һөйләүселәр конкурс-фестивале быйыл бик күп ҡатнашыусыны йыйыуы менән иҫтә ҡаласаҡ.
Балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр араһынан финалға 19 кеше сыҡты. Улар 34-се балалар баҡсаһы коллективы әҙерләгән гала-концертта ҡатнашты. Ә бына һайлап алыу этабы 16-сы, 18-се һәм 32-се баҡсаларҙа үтте.
Балалар республикабыҙҙың 100 йыллығына бағышланған фестивалдә башҡорт, рус, инглиз телдәрендә сығыш яһаны.