Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Ноябрь 2019, 00:41

Бәләкәстәр шиғриәт байрамына йыйылды

Ошо көндәрҙә ҡалабыҙҙа 16-сы «Күк сәскә» балалар баҡсаһында шиғыр һөйләүселәр араһында «Тамырым» шиғри фестиваленең муниципаль этабына һайлап алыу туры үтте.

Ошо көндәрҙә ҡалабыҙҙа 16-сы «Күк сәскә» балалар баҡсаһында шиғыр һөйләүселәр араһында «Тамырым» шиғри фестиваленең муниципаль этабына һайлап алыу туры үтте.
Шиғри бәйгелә 9-сы,14-се,18-се, 23- сө, 32-се балалар баҡсалары, Тимашевка, Ҡанаҡай, Ишәй, Петровск, Түбәнге Әрмет, Көҙән, Маҡар ауылының мәктәпкәсә төркөмө тәрбиәләнеүселаре ҡатнашты. Быйыл «Тамырым» фестивале Башҡортостандың һәм мәктәпкәсә белем биреү селтәренең 100 йыллығына арналғайны. Бәләкәстәр ихлас итеп тыуған илгә һәм балалар баҡсаһы тормошона арналған шиғырҙар һөйләне.
Шулай итеп, шиғри фестивалдең тәүге этабында ҡаланың 18-се, Петровск, Көҙән, Түбәнге Әрмет, Маҡар, Ишәй балалар баҡсаларының тәрбиәләнеүселәре үҙҙәрен уңышлыраҡ күрһәтте. Улар 22 ноябрҙә Йәштәр мәҙәниәт һарайында сығыш яһаясаҡ. Байрамдай ҡабул ителгән сара аҙағында балалар дипломдар, бүләктәр алып ҡыуанды. Ҡунаҡтар беҙгә - 16- сы балалар баҡсаһы коллективына шиғри фестивалде ойоштороу өсөн рәхмәт һүҙҙәрен белдереп, яҡшы тәьҫораттар менән таралышты.

Светлана ХӘЙРУЛЛИНА.

Фото: автор.
Читайте нас: