Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Ноябрь 2019, 10:00

Эшебеҙҙе дауам иткән йәштәргә өмөтләнәм

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, педагогия фәндәре кандидаты Гөлнур Аҙнабаеваның уҡытыу-тәрбиә маһирлығы тураһында ишетеп түгел, күреп беләм. Башҡорт телен өйрәтеүҙә хикмәтле алымдары, мауыҡтырғыс дәрестәре әле булһа хәтерҙән сыҡмай. Юбилейын ҡаршыларға йыйынған айҙа уның менән күрешеп һөйләшеү теләге үҙенекен итте – һүҙ башҡорт телен уҡытыу тураһында барҙы.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, педагогия фәндәре кандидаты Гөлнур Аҙнабаеваның уҡытыу-тәрбиә маһирлығы тураһында ишетеп түгел, күреп беләм. Башҡорт телен өйрәтеүҙә хикмәтле алымдары, мауыҡтырғыс дәрестәре әле булһа хәтерҙән сыҡмай. Юбилейын ҡаршыларға йыйынған айҙа уның менән күрешеп һөйләшеү теләге үҙенекен итте – һүҙ башҡорт телен уҡытыу тураһында барҙы.
- Әлеге көндә рус мәктәбендә башҡорт телен уҡытыуҙың үҙенсәлеге тураһында тәжрибәле уҡытыусы фекерен ишетке килә.
- Ниндәй мәктәптә уҡытылыуына ҡарамаҫтан, башҡорт теле уҡытыусыһы юғары мәҙәниәтенә таянып, күп яҡлы эшен күрһәтә белергә тейеш. Тел нескәлектәрен өйрәтеү менән бергә баланы шәхес булараҡ төрлө яҡлап үҫтереү ҙә уның хәстәрлегендә. Уҡытыусы ярҙамында башҡорт халҡының менталитетын тойоуға өлгәшкән рус милләтле уҡыусы уның телен өйрәнеүҙән дә баш тартмаясаҡ.
Уҡыусылар башҡорт теле дәресенә теләк менән килһен өсөн, уларҙа халҡыбыҙҙың тарихына, йолаларына ғәжәпләнеү, һоҡланыу тойғолары уятырлыҡ эш төрҙәрен ҡулланырға тура килә. Теләп башҡарылған, күңелгә ятҡан эш баланың хәтерендә уйылып ҡала, уның һәләтен, аңын артабан да үҫтерергә булышлыҡ итә. Әгәр дәрестә бирелгән материал бала күҙлегенән ялҡытҡыс, бер төрлө икән, уның күңеле һыуына. Был осраҡта уҡыусының башҡорт теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныуы бөтөнләй һүнергә мөмкин.
Нисек ҡыҙыҡһындырырға баланы? Дәрестә, уҡытыу ҡағиҙәләренә тура килгәнсә, рус телендә ҡулланылған башҡорт сығанаҡлы һүҙҙәрҙең этимологияһына туҡталып китәм. Таганка, Арбат кеүек географик атамаларҙың килеп сығышын аңлатыу үҙенән-үҙе тарихҡа күҙ һалырға мәжбүр итә. Шул уҡ ваҡытта уҡыусыларҙы «башҡорт телен һыу кеүек эскән» рус егеттәре - Вячеслав Чернев, Вадим Лаврентьев, Борис Мелкоедовтарҙың шәхесе менән ҡыҙыҡһындырырға ла тырышам. Сит илдәргә сығып, башҡорт телен өйрәтеп йөрөгән йәштәрҙе өлгө итеп ҡуям. Ҡаһым түрә образына ла йыш ҡына мөрәжәғәт итергә тура килә – милли геройыбыҙ бер нисә Европа телендә иркен аралашҡан булған. Ошо миҫалдарҙан һуң балалар үҙҙәре үк, күп телде белеү бер кемгә лә ҡамасауламай, тигән һығымта яһай.
Уҡыусыларҙың иғтибарын башҡорт халҡының менталитетын тойоуға ла йүнәлтергә тырышам. Бер саҡ дәрескә ҡымыҙ, ҡорот, эремсек һымаҡ һөт ризыҡтарын алып килдем. Балалар ошо саҡта беренсе тапҡыр ҡымыҙ тәмен татып ҡараны. Улар менән бергә ҡумыҙ сиртергә лә өйрәндек. Юра исемле уҡыусым гел ҡумыҙҙа уйнай торғайны. Ишектән килеп инеүе менән: «Бирегеҙ әле ҡумыҙымды» – тип ҡысҡырып ебәрер ине. «Мөкәрәмә, Әминә тыпырҙатып бейейҙәр Перовский көйөнә,» – тип таҡмаҡ әйтеп ебәрһәм, балалар шунда уҡ, кем ул, тип ҡыҙыҡһыныуын белдерә. Шулай итеп, «Перовский» бейеүенең тарихына
төшөп китәбеҙ.
Физик күнекмәләр ваҡытында башҡортса тыпырҙатып бейеү балаларҙың үҙҙәренә лә оҡшай. Ә «Башҡорт телендә һөйләшәм» йырын уҡытыусылар көнөндә, республика байрамында башҡарыу матур йолаға әйләнде.
- Телде уҡытыуҙа ҡаршылыҡтарға нисек юл ҡуймаҫҡа?
- Башҡорт телен өйрәнеүҙең сәйәси кимәлдәге мөһимлеген аңламаған ата-әсә үҙе лә балаларҙың ыңғайына тороп, йыш ҡына уҡыуҙан баш тарта. Шуға ла рус телле мәктәптә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу етәкселек менән уҡытыусының ата-әсәгә дөрөҫ аңлатыуына ҡайтып ҡала. Законға ярашлы, дәүләт телдәре мотлаҡ өйрәнелә. Башҡорт теле дәүләт теле булараҡ мәктәп программаһына индерелгән икән, ул предмет уҡыусы тарафынан үҙләштерелергә тейеш. Был юридик ҡарар, башҡорт телен мәктәптә уҡытыу уҡыусының математика, химия, информатика кеүек башҡа предметтарҙы үҙләштереүенә тотҡарлыҡ булып тора, тигәнде аңлатмай бит. Ә бына программаны үтәмәү – икенсе йылға тороп ҡалыу тигән һүҙ. Быны һәйбәт аңлаған ата-әсә, балаһының киләсәктә уңышлы булыуын хәстәрләп, бер ҡасан да башҡорт телен уҡытыуға ҡаршы тормаясаҡ.
- Гөлнур Шамил ҡыҙы, башҡорт теле уҡытыусыларына әйтер теләктәрегеҙ?
- Беренсенән, йәш, талантлы башҡорт теле уҡытыусыларын күберәк күрергә теләр инем. Минең йәштәге өлкән уҡытыусылар эштән китә башлаһа, телебеҙҙе уҡытыу кем ҡулына ҡала инде, тигән борсоулы һорау тыуып ҡуя күңелдә. Үкенескә ҡаршы, вузды бөткән йәштәр мәктәпкә ашыҡмай. Икенсенән, урындағы етәкселек башҡорт телен уҡытыуҙың хөкүмәт кимәлендәге эш икәнлеген яҡшы аңларға тейеш. Башҡорт телен уҡытыуҙың мөһимлеген аңлатыуға ынтылыш булмау сәбәпле, йәштәр мәктәпкә
килмәй башланы.
Өфөлә үткән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезында Радий Хәбировтың: «Беҙ бергә!» - тигән һүҙҙәре күңелде тынысландырғандай булды. Рәсәй закондары нигеҙендә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙы артабан камиллаштырыу өсөн, тимәк, мөмкинлектәр бар. Йәштәргә беҙҙең эште дауам итеү өсөн ҡаршылыҡтар тыумаҫ, тигән өмөттә ҡалам.
Юбилей йылымды ҡаршылағанда эшемде баһалаусыларҙы күреү үҙе бер ҡыуаныс. Ғөмүмән, ғүмеремдән уңдым, юлымда яҡшы кешеләр осрап торҙо, тип әйтә алам. Заманында, беҙ - ҡаланың башҡорт теле уҡытыусылары бер төптән эшләп, белем биреү өлкәһенә тос өлөш индереүгә өлгәштек. Коллегаларыма башҡорт телен уҡытыуҙа үҙ эштәрен күрһәтә алғандары өсөн оло рәхмәтемде белдерәм.
Читайте нас: