Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Ноябрь 2019, 13:45

Бергә үтелгән йылдар

Ярты быуатҡа өс кенә йыл етмәгән педагогик эшмәкәрлегем дәүерендә күп кенә мәғариф бүлеге етәкселәре менән бергә эшләргә тура килде. Хеҙмәт кенәгәһенә ябай ғына теркәлгән йылдар рәтендә Марат Әминев менән эшләгән осорҙо бөгөн минең кеүек күптәр ғорурланып иҫкә алалыр тип уйлайым.

Ярты быуатҡа өс кенә йыл етмәгән педагогик эшмәкәрлегем дәүерендә күп кенә мәғариф бүлеге етәкселәре менән бергә эшләргә тура килде. Хеҙмәт кенәгәһенә ябай ғына теркәлгән йылдар рәтендә Марат Әминев менән эшләгән осорҙо бөгөн минең кеүек күптәр ғорурланып иҫкә алалыр тип уйлайым.
Туҡһанынсы йылдар аҙағында миңә Иҫәкәй тулы булмаған мәктәбен етәкләү тәҡдиме булды. Армиялағы һәр һалдат үҙ хеҙмәтен генерал дәрәжәһенә етеп тамамлауҙы уйларға тейеш, ти бит. Эшләп ҡарайыҡ, тинем дә, риза булдым. Кадрҙар бүлеге етәксеһе Миҙхәт ағай Яппаров тейешле ҡағыҙҙарҙы тултырғас, һуңғы күрһәтмәләр алыу өсөн мәғариф бүлеге мөдире Марат Әхмәтғәли улы Әминевҡа кереп сығырға ҡушты. Ҡабул итеү бүлмәһендә секретарь Зөбәржәт Ислам ҡыҙы Гутова ҡаршы алыуы ла хәтерҙә.
Бүлмәлә мине мыҡты кәүҙәле, аҡыллы ҡарашлы ир-уҙаман ҡаршы алды. Ихласлап һорауҙар менән төпсөй. Аныҡ, төплө яуап алырға теләгәне күренеп тора. Икеләнеберәк яуап бирһәң, төҫө боҙола башлай, ризаһыҙлығын белдереп, тамаҡ ҡырғылап ала. Яңы вазифама ҡәҙәр егерме йылға яҡын уҡытыусылыҡ стажым барлығын ишеткәс, хужабыҙҙың йөҙө асылып китте, эш креслоһынан миңә яҡыныраҡ күсеп ултырҙы, “булды былай булғас, эш барасаҡ”, тигәнде аңлата ине был.
- Беҙҙең осрашыу бөгөнгө менән генә тамамланмаҫ, тиҙҙән мәктәбеңде ҡарай барам, һөйләшеүҙе шунда дауам итербеҙ, - тип мине оҙатып ҡуйҙы Марат Әхмәтғәли улы.
Әйткән һүҙ – атҡан уҡ, тигәндәй, хужабыҙ күп көттөрмәне, ауылға килеп тә етте. Белем усағы менән танышыуҙы мәктәптең котельныйынан башлайбыҙ. Мәктәпте Күмертауҙа етештерелгән һоро күмер брикеттары менән йылыта инек. Күмерҙе йә Күмертауҙың үҙенән, йә Ишембайҙың “Гортоп” тип аталған складынан “Сельхозтехника” йә леспромхоз машиналары менән барып алып торҙоҡ.
“Бөтә район мәктәптәре котельныйҙарының күмер яғып эшләүен күҙ алдына килтерһәң, белем биреү үҙәктәре күмер түгел, ә бюджет аҡсаһын яндырып йылытылған бит”, - тип иҫкә ала хәҙерге көндә элекке етәксебеҙ, хеҙмәттәшебеҙ.
Уҡыусылар өсөн аштың кирбестән һалынған плитала утын яғып бешерелеүен, ә сәйҙең электр “китятильник” ярҙамында ҡайнатылыуын күргән етәксебеҙҙең йөҙө бөтөнләй ҡарайып китте...
Балаларға белем һәм тәрбиә биреү өсөн тейешле шарттар булдырырға кәрәк! Марат Әхмәтғәли улы ошо талапты һәр мәктәп етәксеһенә ҡуя белде.
Ике яҡ тырышлығы менән котельныйыбыҙ электр менән йылытыла башланы, мәктәп ашханаһына заман талабына яуап биргән электр плиталары ҡуйҙыҡ. Элек һыуҙы техничкалар эргәләге Рәүҙәк йылғаһынан көйәнтәләп ташыһа, хәҙер мәктәпкә терәп артезиан ҡоҙоғо булдырҙыҡ, мәктәп тулыһынса кабинет системаһына күсте, техник саралар ҡайтарылды. Хужалыҡ эштәрен башҡарыу өсөн мәктәпкә Т-25 тракторы, ГАЗ-53 йөк машинаһы, хатта ПАЗ маркалы автобус та бирелде. Ул осорҙа туҡланыуҙағы ит, һөт мәсьәләһен хәл итеү өсөн мәктәптәрҙең һыйыры, хатта аты ла булды. Марат Әхмәтғәли улы тарафынан Иҫәкәй белем биреү усағы өсөн башҡарылған был эштәр ҙур күлдең бер тамсыһы ғына әле. Мәғариф бүлеген етәкләгән ун биш йыл эсендә район мәктәптәрендә хәлдәрҙе яҡшыртыу өсөн башҡарған эштәренә күҙ йүгертеп сығайыҡ. 1984-1997 йылдарҙа ғына тиҫтәләгән мәктәптең типовой биналары һалына: 1984 йылда Васильевка, Этҡол урта мәктәптәре, 1987 йылда төпкөл Ҡалыу-Айры ауылында башланғыс мәктәп асыла, 1988 йылда Ҡанаҡай, 1991 йылда Әрметрәхим, 1992 йылда Аҙнай, 1993-тә Скворчиха, 1994-тә Биксән, 1995-тә Көҙән, 1996-1997 йылдарҙа Уразбай һәм Ҡолғона мәктәптәренең яңы биналары балаларҙың шат тауыштарына күмелә. Ун биш йыл эсендә ун биш балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырыла.
Ҡайһы бер гәзит уҡыусымды “Торатау” биттәрендә ошо мәҡәләмде уҡығас, икеләнеү ҙә килеп тыуыуы мөмкин, йәнәһе, арттыралыр, булмаҫ. Һүҙҙе ошо осор бергә тырышҡан мәктәп директорҙарына бирәйек.
Шайморат Сәйфулла улы Ғиниәтуллин, 1994 йылдан бөгөнгәсә Кинйәбулат мәктәбе директоры: - Остазыбыҙҙың холоҡ-фиғеле тап ир кешенеке. Уйлап эшләй, вәғәҙә бирһә – таш яуып торһон, әммә үтәйәсәк. Кешелекле етәксе булды, бер ваҡытта ла юғалып ҡалмаҫ ине: урыны менән юморист, кәрәкһә – артист, ә талапсанлыҡ Марат Әхмәтғәли улының төп сифаты. Һәр белем усағының проблемаһын яҡшы белә ине, уның осоронда Кинйәбулат мәктәбенең ҡыйығын, тәҙрәләрен яңырттыҡ. Дипломы буйынса физика-математика уҡытыусыһы булыуына ҡарамаҫтан, ағайыбыҙ нескә күңелле лирик та – философик йөкмәткеле шиғырҙары менән уҡыусылары, уҡытыусылары йөрәгенә үтеп инә торғайны. Ҡайһы бер етәксе тауышы менән еңһә, Марат Әхмәтғәли улы шул кинәйәле һүҙҙәре менән эшкә дәртләндерә белде.
Әлмира Жәүәт ҡыҙы Мөхәмәҙуллина, 1983-2009 йылдарҙа Сәлих мәктәбен етәкләй:
- Һигеҙ йыллыҡ мәктәбебеҙ Марат Әхмәтғәли улы тырышлығы менән урта мәктәп статусын алды. Котельный газ яғыулығына күсерелде. Мәктәптә хеҙмәт тәрбиәһен тейешле кимәлгә күтәреү өсөн сылбырлы трактор бүленде. Ғәҙәттә, эше, кешеләргә мөнәсәбәте күңелгә ятмаған хужаның кабинеты ишеген урап үтәһең, ә беҙҙең осорҙа киреһенсә булды - Ишембайға килгән һайын Әминевҡа һуғылырға, кәңәшләшеп сығырға тырыша торғайныҡ.

Марат Шәһит улы Сәфәрғолов, 1985 - 2011 йылдарҙа Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбен етәкләй:
- Марат Әминевты 1965 йылда Салауат педучилищеһын тамамлап, Маҡар мәктәбендә физик тәрбиә дәрестәрен алып барғандан бирле яҡшы беләм. Ул осорҙа бөтә яҡтан да, бигерәк тә спорт буйынса, районда Маҡар, Петровск, Йәнырыҫ, Верхотор мәктәптәре һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә килде. Марат Әхмәтғәли улы эшләгән Йәнырыҫ мәктәбе волейбол, саңғы буйынса беҙҙең мәктәпкә һәр ваҡыт конкурент булып килде. Ярыштар үткәреү – ул уҡыусыларҙы ла, уҡытыусыларҙы ла ныҡ берләштерә. Хәҙер үҙем һикһәненсе йәште ҡыуыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең йәшлектә ойошторолған уҡытыусылар турслеттарын һағынып, һоҡланып иҫкә алам, ярыштарҙа төшөрөлгән фотоларға ҡарап, моңайып та алған бар. Марат аҙашым беҙҙең ауыл мәктәбенең матди-техник базаһын үҫтереүгә лә бик күп көс һалды. Мәктәпкә төкәтмә, кирбестән ашхана төҙөү тиһеңме, йә булмаһа ике автобус һыймалы йылы гараж эшләтеүме - былар барыһы ла уның етәкселегендә башҡарылды. Мәктәптәрҙә алдынғы эксперименттарҙы индереүгә ҡыйыу тотондо. Районда башҡорт, сыуаш кластарын асыу буйынса күп тырышлыҡ һалды. Марат Әхмәтғәли улы район мәғарифын үҫтереүгә иң күп көс һалған етәкселәрҙән булды, тип әйтә алам.
Тормош һикәлтәләренең бөтә баҫҡыстарынан ныҡлы аяҡ баҫып юғарыға үрмәләүсе Ҡыяуыҡ ауылы ир-уҙаманының намыҫлы хеҙмәте Башҡортостан, РСФСР мәғариф министрлыҡтары менән юғары баһаланды, ә йылдар үтә килә бергә иңгә-иң терәшеп эшләгән хеҙмәттәштәрең баһаһы ҡәҙерлерәк була бара. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, мәғариф хеҙмәте ветераны Марат Әхмәтғәли улы Әминов ҡырпағай айының уртаһында үҙенең етмеш йәшен билдәләй.

Бер нисә быуын уҡытыусылар, етәкселәр, хәҙер ҙур үҫкән уҡыусылары өсөн аҡыллы кәңәшсе һәм таяныс булып ҡалған замандашыбыҙға ғүмер үрҙәренә шулай уҡ ҡыйыу атларға яҙһын.

Редакциянан.
– Эштәһегеҙме? Хәҙер киләбеҙ! Фаяз ағай Ғазалиевтан мәҡәлә көтә инек, әлбиттә, әммә уның минутында ошондай ихлас осрашыу ойошторор тип кем уйлаһын – Марат Әхмәтғәли улын хөрмәтләп, редакцияға үҙе менән бер осор эшләгән мәктәп директорҙарын һә тигәнсе йыйып алды ул. ...Район мәғарифы тарихын яҙышҡан ағайҙар, апайҙар. Редакцияла һеҙҙең менән күрешкән сәғәттәй ваҡытта ғына ла әллә күпме иҫтәлектәр яңырҙы, ауыл мәктәптәрендә өс йөҙләп бала уҡыған ваҡыттар күҙ алдына баҫты, бөгөн был яуаплы өлкәне етәкләүселәргә әйтер һүҙҙәрегеҙ ҙә йыйылып киткән. Хеҙмәт тәрбиәһенә иғтибарҙы арттырырға кәрәк, кешелеклелек, ихласлыҡ, ярҙамсыллыҡ һағындыра, тиһегеҙ. Дөрөҫлөк бар был һүҙҙәрҙә. Шуныһы оҡшаны – Марат ағайҙың “команда”һы үткәндәрҙе юҡһынып ултыра торғандарҙан түгел, улар бөгөнгөләргә терәк була белә. Араларында иң йәшенә, бөгөн дә директорлыҡ эшен лайыҡлы алып барған хеҙмәттәштәре Шайморат Ғиниәтуллинға яуҙырған һорауҙарынан да ошоно аңларға булды. “Беҙҙе ҡасан үҙеңә экскурсияға саҡыраһың? Кинйәбулат мәктәбендә “Үҫеш нөктәһе” асылыуын гәзиттән уҡыныҡ. Хәҙер һин алып барып күрһәт, маҡтан ағайҙарың алдында!..” Әлбиттә, булдыра быны кинйәбулаттар! Ошондай күңелле нөктәлә һөйләшеүҙе йомғаҡлап ҡуйҙыҡ. Ә барыһына Марат Әхмәтғәли улының “олпатланыуы” сәбәп булды. Ихлас осрашыуҙар ҡиммәт заманда йәшәйбеҙ шул.

Читайте нас: