Биш көнлөк уҡыуға күсеп, шәмбеләрҙе ата-әсәләр менән йөкмәткеле, файҙалы итеп ойоштороу тәртибе ғәҙәткә инеп бара. Күптән түгел сираттағы шәмбене район һәм ҡала мәктәптәре милли мәҙәниәттәргә бағышланы. Ҡалабыҙҙың 1-се гимназияһында ойошторолған байрам да күңелдә иң матур тойғолар ҡалдырҙы.
Һәр класс үҙенә билдәләнгән милләт мәҙәниәтен, йолаларын асҡан һоҡланғыс сығыштар әҙерләгәйне. Үҙебеҙ ҙә дәртләнеп ҡатнашыусы булараҡ, жюри ағзаларына үҙенсәлекле йыр-бейеүҙәрҙе, милли ризыҡтарҙан һығылып торған өҫтәлдәрҙе, балаларҙың берҙәм тырышлығын баһалауы ҡыйынға тура килеүен әйтә алабыҙ.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәнүзә Шамил ҡыҙы Мөрсәлимова етәкләгән 5В класына үтеү менән ата-бабалар рухы менән һуғарылған туған мөхиткә сумдыҡ. Боронғо балаҫтар өҫтөнә йәйелгән сағыу ҡорамаларҙан күҙҙәр ҡамашты, тирә-яғындағы хайуан тиреләре, ҡул эштәре халҡыбыҙҙың оҫта, йүнсел булыуы тураһында һөйләп торҙо. Ҡымыҙ, сәксәк, ҡыҫтыбый – балалар үҙебеҙҙең тәмле-татлы ризыҡтар хаҡында күберәк мәғлүмәт белеп, тәмләп сәй эсте. Камила Байдәүләтова, Эмиль Фәйзуллин, Лена Шабанова барыһын дәртле башҡорт бейеүе менән һоҡландырҙы – талантлы йәштәр үҫә! Ә бәпес ҡаршылау йолаһы балаларҙа күпме ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуын күрһәгеҙ! Әлбиттә, милләт-ара татыулыҡты данлаған байрам мәктәп, ата-әсәләр һәм балалар берҙәмлеге һөҙөмтәһе булды.
Сара кластар әҙерлеге араһында ярыш форматында үтһә лә, байрамда берәү ҙә үҙен еңелеүсе итеп тойманы. Һәр милләттең күркәм асылы сағылды этношәмбелә. Мәктәптәрҙә ошондай ихласлыҡ, берҙәмлек, фәһем менән һуғарылған саралар үтеп торһон!