Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Октябрь 2019, 02:00

Һеҙгә ҙур өмөт бағлана

11 октябрҙә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Торатау» конгресс-холында төбәк-ара,Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге олимпиадаларҙа еңеү яулаған, спортта яҡшы һөҙөмтәләркүрһәткән, төрлө фәнни-ғәмәли конференцияларҙа уңышҡа өлгәшкән юғары классуҡыусылары менән осрашты. Үҙебеҙҙең уҡыусылар өсөн дә ғорурлыҡ тыуҙырҙы был сара- унда Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының 11 класс уҡыусыһыГөлсәсәк Шәрипова ҡатнашты.

11 октябрҙә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Торатау» конгресс-холында төбәк-ара, Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге олимпиадаларҙа еңеү яулаған, спортта яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән, төрлө фәнни-ғәмәли конференцияларҙа уңышҡа өлгәшкән юғары класс уҡыусылары менән осрашты. Үҙебеҙҙең уҡыусылар өсөн дә ғорурлыҡ тыуҙырҙы был сара - унда Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының 11 класс уҡыусыһы Гөлсәсәк Шәрипова ҡатнашты.


Радий Хәбиров уҡыуҙа алдынғы егет-ҡыҙҙарҙы киләсәктә ҙур еңеүҙәргә дәртләндерә алды. Осрашыуҙа ул уҡыусыларға республикала фәнни-уҡытыу үҙәген төҙөү проекты тураһында һөйләй. Был проект фән, власть, бизнесты бер бөтөнгә берләштереү маҡсатын күҙ уңында тота. Мәктәп уҡыусылары тағы бер яңылыҡ менән танышты – Өфөлә 5 мең кешегә иҫәпләнгән заманса студенттар кампусы барлыҡҡа киләсәк. Әйтергә кәрәк, был идеялар федераль кимәлдә яҡлау тапҡан һәм яҡын киләсәктә объекттарҙы әҙерләү этабы башланасаҡ.
Төрлө райондарҙан килгән уҡыусылар республика етәксеһенә ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, яңы идеялары, киләсәккә ҡорған пландары менән бүлеште.
Беҙ, әлбиттә, Гөлсәсәк менән бәйләнешкә инмәйенсә булдыра алманыҡ.
- «Торатау» конгресс-холында Радий Хәбиров менән осрашыу минең өсөн ҙур ваҡиға булды. Радий Фәрит улы ябайлығы менән үҙенә ылыҡтырып тора. Асыҡ диалог форматында үткән сарала ул беҙҙең һорауҙарға ғына яуап биреп ҡалманы, тормош тәжрибәһе, кәңәштәре менән дә уртаҡлашты. “Халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙе үҙенә маҡсат итеп алған йәштәр өсөн ниндәй мөмкинлектәр бар?» – тигән һорауымды бирҙем республика етәксеһенә, сөнки үҙемдең киләсәк һөнәремде лә ошо йүнәлештә күрәм. «Беҙҙең республикала полилингваль мәктәптәр асыу планда тора. Ошо мәктәптәр халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү өҫтөндә лә эшләйәсәк. Әлеге көндә ошондай форматта ике мәктәп асылды», – тип яуап бирҙе ул. Был сара миңә быға тиклемге тырышлыҡтарымдың юҡҡа түгеллеген көслөрәк тойорға ярҙам итте. Үҙемә ышаныс та артты. Киләсәктә юғары белем алып, халҡыма тоғро хеҙмәт итәсәкмен, тип ҡанатланып ҡайттым осрашыуҙан, - бына ошондай хис-тойғолары менән уртаҡлашты һәләтле, тырыш йәш замандашыбыҙ.
Гөлсәсәк Хәйбулла районы Һаҡмар-Наҙарғол ауылы ҡыҙы. Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында 5-се кластан уҡый. «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең республика бәйгеһе (2018 йыл), башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиада (2019), Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтенән республика олимпиадаһы (2019), «Аҫылташ» республика дебаттар конкурсы еңеүсеһе. Бынан тыш, республика, ҡала-район кимәлендә үткәрелгән шиғыр һөйләү, инша яҙыу бәйгеләрендә лә ҡатнашып, лауреат исемдәрен алыуға өлгәшкән.
Уңған, тырыш кеше бөтәһен дә булдыра. Гөлсәсәк тә һәр саҡ еңеүселәр сафында булһын. Уның ише йәштәргә Башҡортостаныбыҙ ҙур өмөт бағлай.
Фото: Гөлсәсәк Шәрипованың шәхси архивынан.
Читайте нас: