Яҡынлашып килгән Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбендә тантаналы саралар үтте.
Балаларҙа илһөйәрлек тойғоларын үҫтереү, тыуған илгә, күп милләтле Рәсәй халҡының үткәненә, бөгөнгөһөнә хөрмәт тәрбиәләү, Ватаныбыҙ алдында яуаплылыҡ тойғоларын нығытыу маҡсатында ойошторолған байрам Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары менән башланып китте.
9-сы класс уҡыусылары был датаның тарихы тураһында һөйләне. Сараны төрлө класс уҡыусыларының концерт номерҙары байытты. Һәр сығышта тыуған илгә һөйөү ҙә, ғорурлыҡ та сағылды. Әҙилә Ғәлиуллина, Илүзә Рәшитова, Сабина Ямалова бик матур итеп башҡорт ҡыҙҙары бейеүен башҡарһа, Ильяс Ҡотошовтың тыуған ил тураһындағы йыры көслө алҡыштарға күмелде. Балаларҙың милли кейемдә булыуы байрамға йәм өҫтәне.Сара бөтә уҡыусылар ҡатнашлығында тыуған яҡ тураһында йыр менән тамамланды.
Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында төрлө милләт халыҡтары оҙаҡ йылдар татыу ғүмер итә. Һәр милләткә хөрмәт тәрбиәләү буйынса мәктәптә элек - электән ҙур эш алып барыла. Был байрам да ошо йүнәлештәге сараларҙың береһе булды.