Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре уҡытыусыһы Эльвира Захарова ике уҡыусыһы - Гөлназ Искәндәрова һәм Камилла Захарова менән Сочила ”Фәнгә старт” уҡыусыларҙың ғилми-тикшеренеү һәм ижади эштәр VII халыҡ-ара конкурсынан ҡайтты.
Дүрт көн барған был сарала уҡытыусы үҙе лә “Мәктәптә белем биреүҙең заманса проблемалары” тип исемләнгән халыҡара ғилми-практик конференцияла ҡатнашып, доклад менән сығыш яһаны.
Һөҙөмтәләр ҡыуаныслы – Гөлназ Искәндәрова менән Камилла Захарованың берлектә башҡарған ғилми-тикшеренеү эше “Иҡтисад” номинацияһында 1-се урын яуланы. Уҡытыусыларының хеҙмәте лә юғары баһаланды, ул Рәсәйҙең тәбиғәт белеме академияһының дипломы, “Мәғарифтағы яңылыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнде.
- Бик яҡшы тәьҫораттар менән ҡайттыҡ. Көндәр ҙә шул тиклем матур булды. Төрлө төбәктәрҙән һәләтле, янып торған уҡыусылар, уҡытыусылар йыйылды, улар менән аралашыу файҙаға булды, - тип һөйләне Эльвира Ғариф ҡыҙы.