Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Октябрь 2019, 02:00

Йылы аш булғанда уҡыуы ла күңеллерәк!

Ауыл мәктәптәре лә хәҙер заманса шарттар яғынан ҡаланыҡынан ҡалышмай. Уҡыу-уҡытыу өсөн матди-техник мөмкинлектәр яҡшыра, йылы бәҙрәфтәр булдырыла, туҡландырыу сифатына ла һәр ерҙә талаптар бер.

Ауыл мәктәптәре лә хәҙер заманса шарттар яғынан ҡаланыҡынан ҡалышмай. Уҡыу-уҡытыу өсөн матди-техник мөмкинлектәр яҡшыра, йылы бәҙрәфтәр булдырыла, туҡландырыу сифатына ла һәр ерҙә талаптар бер.
Ошо көндәрҙә Әхмәр мәктәбендә булырға яҙҙы. Ауыл ерендә мәктәп ашханаларының торошо ҡыҙыҡһындырҙы беҙҙе. Ыңғай үҙгәрештәр менән һөйөндөрҙөләр бында. Күптән түгел сей аҙыҡ-түлекте эшкәртеү буйынса айырым цех булдырылған, һауыт-һаба йыуыу урыны талаптарға яуап бирерлек итеп эшләнгән, балаларға һыу эсеү өсөн бәләкәй фонтан да ҡуйылған.
Мәктәп ашханаһы иркен, бөхтә. Дәрестән ҡыңғырау сыңлау менән балалар ашханаға ашыҡты, шунда уҡ ҡул йыуырға ла онотмай, һәр кем өҫтәл артында үҙ урынын алды. Быйыл ғына ҡул йыуыу урыны ла заманса итеп йыһазландырылған, йылы һыу ағып тора. Иртәнге ашҡа эремсекле запеканка менән витаминлы эсемлек әҙерләнгәйне. Балаларҙың өҫтәлдәген яратып ашауын да күрҙек. “Оҡшанымы?”, тигәнгә риза баш һелктеләр. Ә төшкөлөккә ҡарабойҙай бутҡаһы менән тефтели бешерелә ине. Льготалы категорияларға ҡарағандарға өҫтәмә рәүештә емеш-еләк тә бирелә.
Барлығы мәктәптә 86 бала белем ала. Уларҙың бер өлөшө льготалы категорияға ҡарай, бушлай туҡланыусылар ҙа, шулай уҡ ташламалы хаҡ ҡулланыусылар ҙа бар.
Ашнаҡсы Гөлнара Ғәйетҡолова, һауытһаба йыуыусы Эльвира Латипова үҙ эшен яратып башҡарған егәрлеләрҙән. Балалар тәмләп, яратып ашаһын өсөн улар бар тырышлыҡтарын һала.
- Уҡыусылар рәхмәт әйтеп китһә, беҙгә лә рәхәт. Ата-әсәләрҙән дә ризаһыҙлыҡ ишеткән юҡ, - ти Гөлнара Ғайсар ҡыҙы.
Мәктәп эргәһендәге участкала үҫтереп алған йәшелсә лә балалар ашын төрләндереүҙә, файҙалыраҡ итеүҙә ҙур ярҙам – мәктәп үҙен бәрәңге, кишер, кәбеҫтә, һуған менән тәьмин итә. Был юл менән туҡланыу өсөн түләү хаҡын бер ни тиклем кәметеүгә лә өлгәшәләр. Быйыл ғына баҡсанан бер тоннанан ашыу бәрәңге, шул сама тирәһе кәбеҫтә уңышы алғандар. Ә хеҙмәт тәрбиәһе үҙе ни тора!
Ләкин ашханала хәл итәһе мәсьәләләр етерлек әле, тип уртаҡлашты мәктәп директоры Дәрүиш Хәйбуллин. Ул яңы электр плитаһы кәрәклеген билдәләне, ике тапҡыр ашатыуға күскәс уға мохтажлыҡ артҡан.
Ауыл мәктәптәрендә уңайлыҡтар арта. Иң мөһиме - белем усаҡтарында балалар кәмемәһен. Сөнки былар барыһы ла тап улар өсөн булдырыла.
Фото: автор.
Читайте нас: