Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Октябрь 2019, 02:00

Мостай Кәрим беҙҙең арала

Бөгөн Ҡолғона ауылы мәктәбендә башҡорт әҙәбиәте аҡһаҡалы - Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған "Мостай Кәрим беҙҙең арала" исемле әҙәби-музыкаль кисә үтте.

Бөгөн Ҡолғона ауылы мәктәбендә башҡорт әҙәбиәте аҡһаҡалы - Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған "Мостай Кәрим беҙҙең арала" исемле әҙәби-музыкаль кисә үтте.


Сарала Мостай Кәримдең данлы тормош юлы, ижады, бар халыҡтың күңелен яулаған ҡабатланмаҫ әҫәрҙәре күҙ алдына баҫты. "Ҡоштар осорам", "Мин фронҡа китәм, иптәштәр!", "Үлмәҫбай", "Ҡайын япрағы тураһында" һәм башҡа поэма-шиғырҙары уҡыусылар тарафынан яттан һөйләнелде. 4 класс уҡыусыларының класс етәксеһе Гөлшат Мөхәммәт ҡыҙы менән әҙерләгән “Әлфиә хикәйәләре", 8 класс уҡыусыларының класс етәксеһе Рәсилә Вәли ҡыҙы менән әҙерләгән “Айгөл иле”, 9 класс уҡыусыларының класс етәксеһе Зәкиә Ибраһим ҡыҙы менән әҙерләгән “Ҡыҙ урлау” әҫәрҙәренән өҙөктәр күрһәттелде. Шулай уҡ ағинәйҙәр, мәҙәниәт йорто һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре уның шиғырҙарын һөйләне. Юлай Үҙәнбаев ижад иткән "Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә" йыры ла кисәбеҙҙе нығыраҡ байытты.






Фото: автор.
Читайте нас: