Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Октябрь 2019, 02:00

Уҡыусылар – Мостай илендә

Бөгөн ҡалабыҙҙың 15-се мәктәбендә сағыу сара – Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған әҙәби-музыкаль кисә ойошторолдо.

Бөгөн ҡалабыҙҙың 15-се мәктәбендә сағыу сара – Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған әҙәби-музыкаль кисә ойошторолдо.


Уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Ләлә Шәрипова һөйләүенсә, мәктәптә 7 октябрҙән 17 октябргә тиклем бөйөк яҙыусыбыҙҙың юбилейына бағышланған ун көнлөк үткәрелә. Ошо юҫыҡта балалар менән берлектә байтаҡ эштәр башҡарылған: Мостай Кәримдең әҫәрҙәрен уҡыу бәйгеһе, улар буйынса иллюстрация, һүрәт төшөрөү конкурсы, китаптарының күргәҙмәһен ойоштороу, "Һеңлекәш" һәм "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" фильмдарын ҡарау.


Бөгөнгө сарала уҡыусылар Мостафа Сафа улының шиғырҙарын, әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе саф башҡортса матур итеп һөйләне. "Әлфиә хикәйәләре" циклынан "Ҡайын урманында" әҫәрен сәхнәләштереүҙә лә ихлас ҡатнашты балалар. Ә "Беҙҙең өйҙөң йәме" повесы геройҙары – Оксана менән Йәмил сәхнә түренә сыҡҡас, тулҡынланмайынса ҡарап булманы.







Фото: автор.
Читайте нас: