Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Октябрь 2019, 02:00

Йәш оҫталарҙы үҫтерә

Мәктәптәрҙә өҫтәмә белем алыу мөмкинлеге балаларҙы төрлө яҡлап үҫтереүгә юл аса. Был йәһәттән Васильевка мәктәбендә лә заманса шарттар тыуҙырылған.

Мәктәптәрҙә өҫтәмә белем алыу мөмкинлеге балаларҙы төрлө яҡлап үҫтереүгә юл аса. Был йәһәттән Васильевка мәктәбендә лә заманса шарттар тыуҙырылған.
Галина Нәбиуллина химия, биология, рәсем дәрестәре уҡытыусыһы ғына түгел, ҡаланың балалар һәм үҫмерҙәр ижад һарайы филиалы педагогы булараҡ, «Ағасты биҙәү”, “3D моделләү”, “Төҫлө политра” берекмәләрен дә алып бара.
Уны беҙ ҡалала үткән сараларҙың береһендә ағасты биҙәү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәргән мәлендә тап иттек. Үҙе менән Васильевка уҡыусыларының эштәрен дә алып килгәйне. Ҡумталар, батмустар... Һәр бер эш һоҡланғыс! Һатыуға сығарылған әйберҙәре оҫталарҙыҡынан һис айырылмай, үҙенсәлекле итеп, күңел йылыһы һалып башҡарылған.
- Был түңәрәк балаларҙы ойоштора, сабырлыҡ тәрбиәләй, художестволы материалдар менән эшләү оҫталығын арттыра, һөнәр һайлауҙа ла ярҙам итеүе бар, - ти Галина Нәбиуллина.
Ағасты биҙәү буйынса түңәрәкте ул ауылда 2002 йылдан алып бара. Уҡыусылар яратып шөғөлләнеп кенә ҡалмай, төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ла ҡатнаша. Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙғарылған ижади проекттар республика конкурсында 2-се урын яулағандар. “Рәссамдар донъяһы” тип исемләнгән халыҡ-ара конкурста ситтән тороп ҡатнашып, 1-се урынға лайыҡ булғандар. Ҡалала ойошторолған күргәҙмәләрҙән дә Васильевканың йәш оҫталары ситтә ҡалмай.
Бары тик үҙеңдең эшеңде яратҡанда, күңел һалып башҡарғанда ғына уңышҡа өлгәшеп була. Был йәһәттән Галина Александровна бәхетле - һөнәрен дөрөҫ һайлаған.
- Колледжда ла, университетта ла ҡыҙыҡһынып уҡыным, уҡыу йорттарын ҡыҙыл дипломға тамамланым. Беҙҙең эштә балаларҙы яратыу мөһим, улар быны бик нескә тоя. Шул ваҡытта эшләүе күпкә еңел, - тине юғары категориялы педагог.
Белемле, йөҙөнән нур, күңеленән йылылыҡ бөркөп торған, һәр кем менән уртаҡ тел таба белгән уҡытыусы менән аралашып, үҙемдең дә бер мәлгә мәктәп осорона ҡайтҡым килде.
Фото: автор.
Читайте нас: