Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2019, 02:00

Йыр донъяһына асҡыс өләшә

Балалар һәм үҫмерҙәр ижад һарайында байтаҡ йылдар эшләп килгән “Гөлдәр” өлгөлө вокал коллективын ҡалабыҙҙа белмәгәндәр һирәктер. Байрамдарҙың төрлөһөндә сағыу сығыштары менән халыҡ һөйөүен яулап өлгөргән ансамблде юғары категориялы өҫтәмә белем биреү педагогы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы Лилиә Бобровская етәкләй.

5 октябрь – Уҡытыусы көнө

Вокал коллективында ҡырҡлап бала шөғөлләнә, бер нисә бәләкәй ансамбль, дуэттар һәм солистар бар. Улар матур йырҙары менән ҡала байрамдарын ғына биҙәп ҡалмай, төрлө конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, быйыл Игорь Ваганов һәм Данил Беленков дуэты Өфөлә уҙғарылған республика һәм халыҡ-ара кимәлдәге конкурстарҙа беренсе урындар яулаған. Һәм бындай ҡаҙаныштары аҙ түгел.
- Бала дәрестә йырларға ғына өйрәнеп ҡалмай, рухи яҡтан да үҫә. Билдәле музыканттар тураһында ла улар һеҙгә күп нәмә һөйләй ала, - ти вокал уҡытыусыһы.
Балаларҙың түңәрәккә ҙур теләк менән килеүе, күңел һалып шөғөлләнеүҙәре педагогтың эш алымдарын ғына түгел, уны кеше булараҡ та аса. Лилиә Марс ҡыҙын беҙ ихлас итеп малайҙар ансамбле менән дәрес үткәргәндә тап иттек.
- Йырларға өйрәнеү, сәхнәлә сығыш яһау беҙгә оҡшай. Лилиә Марс ҡыҙы матур, аҡыллы уҡытыусы, беҙҙе дәртләндерә белә, дөрөҫ йырларға өйрәтә, - бына ошоларҙы ишеттек уҡыусыларынан.
Әлбиттә, уҡытыусы өсөн бик ҡәҙерле һүҙҙәр.
- Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан барлыҡ хеҙмәттәштәремде тәбрикләп, сәләмәтлек, яҡты уй-ниәттәрен тормошҡа ашырыуға көсдәрт теләйем, - тине ул үҙе.
Эргәләрендә ошондай ҡанат ҡуйыусы уҡытыусылар булғанда балалар ҙа яңынаняңы һәләттәре менән ҡыуандыра.

Фото: автор.
Читайте нас: