Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2019, 02:00

Юл ҡағиҙәләрен белеп үҫәләр

Ҡаланың 33-сө балалар баҡсаһында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәтеү буйынса автоҡаласыҡ асылды.

Ҡаланың 33-сө балалар баҡсаһында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәтеү буйынса автоҡаласыҡ асылды.
Төрлө билдәләр менән йыһазландырылған , йомшаҡ япмалы ҡаласыҡ ошо йәй эсендә булдырылған. Бәләкәстәргә ул иң кәрәкле юл билдәләрен, ҡағиҙәләрҙе өйрәнергә ярҙам итәсәк. Был турала иртә йәштән белеү үҫеү тик файҙаға. Майҙансыҡты асыу тантанаһына килгән ҡунаҡтар ҙа ошо турала белдерҙе.
Әйтергә кәрәк, ошондай автоҡаласыҡ быға тиклем мәктәптәрҙә булһа ла, балалар баҡсаларында беренсегә асылған.

Фото: автор.
Читайте нас: