Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Сентябрь 2019, 02:00

Һоҡланмайынса булмай

Бөгөн, 27 сентябрҙә, тәрбиәсе һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан Йәштәр һарайында ҙур сара ойошторолдо.

Бөгөн, 27 сентябрҙә, тәрбиәсе һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан Йәштәр һарайында ҙур сара ойошторолдо.


Барлыҡ йылы һүҙҙәр, матур теләктәр тәрбиәселәргә юлланды был көн. Байрам сәхнәһе сағыу төҫтәрҙә балҡып торҙо… сөнки унда кескәй генә балалар ҙа сығыш яһаны. Берәүҙәр аҡҡош булһа, икенселәр – рауза сәскәһе… Берәүҙәр "Сип-сип, себештәрем" көйөнә бейеһә, икенселәр клоун булып ҡоторҙо…


- Әлдә генә килгәнмен, байрам ныҡ оҡшаны… Балаларҙың сығышы ла шундай профессиональ кимәлдә ойошторолған, әйтерһең дә, ысын әртистәр, - тине хисләнеп, маҡтау грамотаһына лайыҡ булған Нурсилә апай.


Әйткәндәй, Нурсилә Мөхәмәтованың Үрге Этҡол балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләүенә быйыл 30 йыл була. Эшемдән дә, балаларҙан да ҡәнәғәтмен, ти ул әле булһа ла.









Фото: автор.
Читайте нас: