Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Сентябрь 2019, 02:00

Шәп яңылыҡ!

Бөгөн Кинйәбулат мәктәбендә “Үҫеш нөктәһе” тип исемләнгән цифрлы һәм гуманитар профилле белем биреү үҙәге асылды.

Бөгөн Кинйәбулат мәктәбендә “Үҫеш нөктәһе” тип исемләнгән цифрлы һәм гуманитар профилле белем биреү үҙәге асылды.
Бының өсөн мәктәптә ике бүлмә булдырылған, береһе – технология һәм йәшәү хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре йүнәлешенә, икенсеһе информатикаға көйләнгән. Балаларға бында ҡыҙыҡһынып асыр серҙәр күп - роботтар ҡороу менән шөғөлләнәләр, квадрокоптерҙарҙы осороу өсөн программалар төҙөргә, уларға идара итергә өйрәнәләр һәм башҡа өлкәлә белем туплайҙар.

Кинйәбулатта үҙәк асыу тантанаһында Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айгөл Бикбулатова ла ҡатнашты. Балаларҙың бында ҡыҙыҡһынып шөғөлләнеүҙәренә ышанысын белдерҙе.
Әйткәндәй, ошондай “Үҫеш нөктәһе” үҙәге бөгөн Петровскиҙа ла үҙ ишектәрен асты.
Фото: автор.
Читайте нас: