Йәй айҙарында барған капиталь ремонттан һуң Яңы Әптек ауылында "Ысыҡҡай" балалар баҡсаһы – белем усағының мәктәпкәсә төркөмө асылды. Күркәмләнгән, яңырған баҡсаларын һағынып килгән балаларҙы, эштәр һөҙөмтәһенән ҡәнәғәт ата-әсәләрҙе күреү шатлыҡлы ине.
- Балалар баҡсаһының капиталь ремонтын "Реаль эштәр" проекты сиктәрендә атҡарып сыға алдыҡ. Ҡыйығы ремонтланды, пластик тәҙрәләр, тимер ишектәр ҡуйылды. Заманса төҫ алған бөхтә, яҡты бинала балалар менән эшләүе лә күңелле, - тип ҡыуанысы менән бүлеште мәктәп директоры Зөлфиә Үмәрғәлина.
Тиҙҙән беренсегә ошо баҡсаға киләсәк бәләкәстәрҙең байтаҡ булыуын белеп һөйөндөк. Әле ясле төркөмөнә 12 бала йөрөй, уҡыу йылы дауамында улар 20-гә етәсәк. Тәрбиәләнеүселәрҙең дөйөм һаны иһә 70-кә яҡын.
- Ауылдар өсөн был мөһим күрһәткес, тимәк, йәштәр ауылда төпләнә, балалар үҫтерә. Ошондай ваҡиғалар районда күберәк булһын өсөн тырышасаҡбыҙ, -тине район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов ауыл халҡын ҡотлап.