Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Август 2019, 02:00

Яңы уҡыу йылына - яңы көс-дәрт менән

Йәйҙең һуңғы айы уҡытыусылар өсөн генә түгел, уҡыусылар һәм ата-әсәләр өсөн дә яуаплы осор. Тап ошо айҙа үткән уҡыу йылының ҡаҙаныштарына һәм етешһеҙлектәренә байҡау яһала, алға маҡсаттар һәм пландар ҡуйыла - уҙған шишәмбе ҡалабыҙҙа мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе үтте.

Йәйҙең һуңғы айы уҡытыусылар өсөн генә түгел, уҡыусылар һәм ата-әсәләр өсөн дә яуаплы осор. Тап ошо айҙа үткән уҡыу йылының ҡаҙаныштарына һәм етешһеҙлектәренә байҡау яһала, алға маҡсаттар һәм пландар ҡуйыла - уҙған шишәмбе ҡалабыҙҙа мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе үтте.


Уның Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында ойошторолған секция өлөшөндә «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә ике тема ҡаралды: «Үҫеш нөктәһе» һәм «Һанлы белем биреү мөхите”. Әлегә Яңы Әптек, Кинйәбулат һәм Петровск ауылдарында «Хәҙерге мәктәп» төбәк проекты нигеҙендә «Үҫеш нөктәһе» һанлы һәм гуманитар профилле белем биреү үҙәген асыу күҙ уңында тотола. 16- сы мәктәптә «Һанлы белем биреү мөхите» проекты ғәмәлгә ингән. Был белем биреү процесы менән идара һәм тәьмин итеүҙе автоматлаштырыу, белем сифатын баһалауҙы төрлө юлдар менән үткәреү мөмкинлеген тыуҙырасаҡ.


Кәңәшмәнең пленар ултырышы алдынан Ҡала мәҙәниәт һарайында балалар ҡатнашлығында ойошторолған төрлө тематик майҙансыҡтар йөкмәткеһе, оҫталыҡ дәрестәре кимәле лә күп нәмә тураһында һөйләй – уҡытыу-тәрбиә эшендә, заманса технологиялар ҡулланыуҙа, ысындан да, етди ҡаҙаныштарыбыҙ бар.


Кәңәшмәне район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Азат Ишемғоловтың әлеге көндә районда мәғариф өлкәһендәге эштәрҙе дөйөм баһалап булған йөкмәткеле сығышы асты.
- Мәғариф өлкәһенә бүленгән саралар буйынса районда мәктәпкәсә тәрбиә учреждениеларына ла, белем усаҡтарына ла иғтибар ҙур булыуын әйтергә мөмкин. Быйыл «Реаль эштәр» программаһы сиктәрендә Яңы Әптек балалар баҡсаһын, Ҡолғона мәктәбенең спорт залын капиталь ремонтлауға, 19-сы мәктәптә өҫтәмә уҡыу урындарын булдырыуға өлгәштек. «Ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүллегенә булышлыҡ – өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреүгә шарттар тыуҙырыу» проектына ярашлы, 27-се, 32-се балалар баҡсаһы бинаһы ремонтланды, йыһаздар, ҡоромалдар һатып алынды. Бөтә ауыл мәктәптәренең йылы бәҙрәфтәр менән тәьмин ителеүе лә мөһим күрһәткес, - тине ул.
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Сергей Лобастов, киләсәктә ҙур асыштар эшләргә яҙһын, тип мәктәптәргә 160 Менделеев таблицаһы стендын бүләк итте. Республиканың Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы начальнигы урынбаҫары Светлана Антипина уҡыусыларҙың һаулығын, хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, сифатлы туҡланыу, ял ойоштороу һәм өҫтәмә белем алыу мөмкинлектәре тураһында сығыш яһаны. Район хакимиәтенең социаль сәйәсәт бүлеге начальнигы Роберт Ибәтуллин иһә сығышында ата-әсәләргә психологик һәм педагогик ярҙам күрһәтеү, профилле уҡытыу, профессиональ белем биреү учреждениелары менән хеҙмәттәшлек алып барыу кеүек мөһим мәсьәләләрҙе ҡуҙғатты. «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы баш мөхәррире Салауат Кәримов Ишембай педагогтарын яңы уҡыу йылы менән тәбрикләп, баҫмала ғилми мәҡәләләр менән әүҙем сығыш яһарға саҡырҙы.
Һөнәренә намыҫлы хеҙмәт иткән, уҡыусылары, тәрбиәләнеүселәре уңыштары менән хаҡлы ғорурлана алған бик күп педагогтарыбыҙ был көн «Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы» юбилей миҙалы, район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айгөл Бикбулатова сараны йомғаҡлап, иңдәрендә оло яуаплылыҡ ятҡан уҡытыусыларға мөрәжәғәт итте:
- Эшебеҙҙең иң ҙур һөҙөмтәһе – ул лайыҡлы йәш быуын тәрбиәләү. Мәғариф өлкәһе һәр ваҡыт бер аҙым алда булырға тейеш. Тап һеҙҙең көндәлек тырыш хеҙмәтегеҙ фән өлкәһендәге ҡаҙаныштарға, йәмғиәтебеҙ тәрбиәһе, мәҙәниәте юғарылығына нигеҙ булып тора. Ҙур өмөт бағлап, яңы уҡыу йылын башлап ебәрәбеҙ. Ул һәр берегеҙгә яңы уңыштар, яңы асыштар менән килһен.
Читайте нас: