Белем усағының юбилейы ауыл өсөн ҙур байрамға әүерелде
Ғүмәр ауылында тыумаһам да, мәктәбендә уҡымаһам да, бала саҡ хәтирәләре ошонда әйҙәп тик тора. Өләсәйҙәрҙә булған сағымды асыҡ иҫләйем: мәктәптән ҡайтҡан уҡыусыларҙы тәҙрәнән, и-их, ҡасан мин дә шулай йөрөрмөн инде, тип көнләшеп ҡарап оҙата торғайным.
...Мәктәп бинаһында хәҙер балалар баҡсаһы. Иртәрәк барғас, ойоштороусылар менән һөйләшеп, эргә-тирәне байҡап сыҡҡансы, мәктәптең 100 йыллығына бағышланған байрамға ҡунаҡтар ҙа килә башланы. Иң беренсе булып, мәктәптең 1971-1977 йылдарҙағы директоры Салауат Хәйбуллин менән уның хәләл ефете Мөнирә Мөхәмәт ҡыҙы килеп етте. Нисек түҙеп торһон инде шул йылдарҙа мәктәптең яңы бинаһын төҙөтөүсе директор?
- Иҫләйһеңме, Салауат, ошо ағастарҙы беҙ ултыртҡайныҡ, - тине Мөнирә апай һәм минең ҡыҙыҡһынып яҡынлашыуымды күреп, дауам итте. – Урмандағы төрлө ағастарҙы алып ҡайтып, үҙебеҙсә дендрарий булдырабыҙ, тип хыялландыҡ. Бына бит: миләш, муйыл, ҡамыраш, балан – ниндәй генә ағас юҡ бында.
Физика, математика уҡытыусыһы булһа ла Мөнирә апайҙың филологтарса оҫта итеп һөйләүе һәр саҡ һоҡландыра мине.
- Яңы мәктәпкә күскәнгә тиклем кластар 7 йортта урынлаша торғайны. Һәр йортта – айырым инеү урыны менән икешәр класс. Журналды уҡытыусылар бүлмәһенә индереп ҡалдыраһың да, икенсеһен алып, артабан китәһең. Ҡайҙа ул кейенеп тороу? Ҡышын шәлгә генә бөркөнәбеҙ ҙә сығып йүгерәбеҙ, – тип тарихи ваҡиғаларҙы бәйән итеп китте ветеран педагог. – Көҙлө-ҡышлы ла линейканы тышта саф һауала үткәрә торғайныҡ. Шуға ла бер кем ауырыманы ул саҡта. Уҡыу йылы аҙағында линейкалар сауҡала үтте: балаларҙың ауыл буйлап борғо, барабан, байраҡ тотоп барыуҙары ниндәй күңелле булған икән...
Салауат Зарип улы ла һүҙгә ихлас ҡушылды:
- Ул саҡта, яңы мәктәпкә күскәнгә тиклем, 300 тирәһе бала уҡыны. Предмет кисәләре, мәктәптән тыш саралар клубта үтте. Уҡыусылар менән спектаклдәр ҙә ойошторҙоҡ. Тракторға ултырып, Иҫәкәй, Йәнырыҫ, Көҙән һәм башҡа ауылдарға йөрөүебеҙ әле булһа хәтерҙә.
Балалар күп булғас, яңы мәктәп һалыу мәсьәләһе киҫкен тора ул ваҡытта. 1971 йылда, мәктәп директоры булып Юлдаш Ильясов эшләгән осорҙа, яңы мәктәпкә нигеҙ һалына башлай. Салауат Хәйбуллин директор вазифаһына күскәс, иң ауыр йөк уның иңенә төшә: мәктәптең стеналарын күтәреү менән бер рәттән уҡытыу-тәрбиә эшен алып барыу ҙур яуаплылыҡ талап итә. Ниһайәт, 1976 уҡыу йылы яңы мәктәптең асылыу тантанаһынан башланып китә.
Бергәләшеп мәктәп эсен, музейҙы ҡарап сыҡҡансы, элекке уҡытыусылар, педагогия хеҙмәте ветерандары, төрлө йылдарҙың сығарылыш уҡыусылары һәм абруйлы ҡунаҡтар йыйылғайны. Ишембай районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айгөл Бикбулатова һүҙ алып, әлеге балалар баҡсаһының уңышлы эшләүен теләп, хакимиәт исеменән ноутбук бүләк итте.
Мәғариф бүлеге начильнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Алена Шотт Ғүмәр ауылынан сыҡҡан күренекле кешеләр менән һоҡланыуын йәшермәне:
- Ғүмәр ауылы белем, мәҙәниәт һәм рухиәт һаҡлағысы булып тора. Унан күп билдәле шәхестәр сыҡҡан. Ауылдашығыҙ менән мин ун йыл буйы бер парта артында ултырҙым. Биология фәндәре кандидаты, Хәйбуллина Лилия Салауат ҡыҙы... Хәҙер ул мәрхүмә инде...
Алена Александровна ла байрамға буш ҡул килмәгән - балалар баҡсаһы мөдире Эльза Мәҡсүтова бүләккә принтер ҡабул итеп алды. Мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ойошмаһы етксеһе Николай Шишков та ауылдаштарҙы ихлас ҡотлап, оргтехникаға сертификат тапшырҙы.
Элек эшләп киткән директорҙарҙың тағы береһе, Салауат Арыҫланов, тәүге уҡытыусыларын иҫкә алып, матур хәтирәләр менән бүлеште. Ғүмәр мәктәбе - уҡытыусыларҙы сыныҡтырыу урыны ул, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Салауат Гәрәй улы. Ысынлап та, күпме уҡытыусылар династияһы барлыҡҡа килгән! Арыҫлановтар, Вахитовтар, Кәримовтар, Ниғмәтуллиндар, Әхмәҙиевтар, Хәйбуллиндар, Ильясовтар...
РФ халыҡ мәғарифы отличнигы, физик культура һәм спортының атҡаҙанған хеҙмәткәре Юрий Ниғмәтуллин халыҡты яңыраҡ баҫтырылған «100 йыл Ғүмәр мәктәбенә» тигән китап менән таныштырҙы.
- Архив материалдарында, 1919 йылда Хәлит Вахитов уҡытыусы булып эшкә сыға, тигән юлдарға юлыҡтым. Мәктәп бинаһы булмау сәбәпле, ул балаларҙы үҙ йортонда ике йыл уҡыта. Тимәк, Ғүмәр мәктәбенә нигеҙ һалыныуға, ысынлап та, 100 йыл була, – тип асыҡлап китте Юрий Зинур улы.
Өфөләге М.Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы директоры, ауылдаштары Гөлназ Әхмәҙиеваның әйткән һүҙҙәре ғүмәрҙәрҙә өмөт уятты:
- Филиал булып эшләһә лә, мәктәбебеҙ тере, унда бәләкәстәр тауышы яңғырап тора. Әлеге көндә ошондай белем усаҡтарын яңынан тергеҙеү өсөн мөмкинлектәр бар. Мәктәп ҡабаттан эшләй башлаһын, тиһәк, бар көстө шуға йүнәлтергә, йәштәрҙең ауылда төпләнеүенә шарттар булдырырға кәрәк.
Шарттар тигәндән, был тәңгәлдә алға китеш бар. Ошо арала Ғүмәрҙә ауыл халҡының көнкүрешендә туранантура сағыласаҡ күләмле эштәр көтөлә. Сентябрь айында бында фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә башлаясаҡ, финанс саралар бүленгән. Электр көсөргәнеше етмәү проблемаһы ла хәл ителеп килә. Ошо көндәрҙә яңы трансформаторҙы эшкә ҡушасаҡтар. Уҡыусы балалар өсөн уңайлы туҡталыш төҙөү планға ингән, көҙгө ямғырҙар башланғансы өлгөрөп ҡалыу маҡсаты ҡуйылған.
Гөлназ Ғәфир ҡыҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты исеменән Ғүмәр мәктәбендә төрлө йылдарҙа эшләгән директорҙарға һәм педагогия хеҙмәте ветерандарына бүләк һәм рәхмәт хаты ла алып килгәйне. Һуңғы йылдарҙы эшләгән директорҙарҙың – Фәймә Вахитова, Рәйес Ильясов, Роберт Ғизәтуллин, Миңнур Вахитова, Борис Ниғмәтуллин, Зинүнә Кәримова, Тайфур Әхмәтовтарҙың – баһалап бөткөһөҙ эше телгә алынып үтте.
Байрамдың беренсе өлөшө тамамланғас, дауамын күрер өсөн Ғүмәр тарлауығының башланған еренә, Ултырыш яланына, юл алдыҡ. Ауылды сыҡҡан тапҡырҙа ҡул күтәреп торған ике мөләйем ханымды ултыртып алдыҡ. Үткер күҙле водителебеҙ береһенең түшендәге миҙалын да күреп өлгөргән икән.
- Ғәфү итегеҙ, ниндәй миҙал был? - тип минән алдараҡ ҡыҙыҡһына һалды ул.
Апайыбыҙ Ғәфиә Ниғмәтуллина атлы булып сыҡты. Салауат ҡалаһында 10-сы балалар баҡсаһының мөдире булып 30 йыл эшләгән икән. Ә миҙалды Ғәфиә Сәмиғулла ҡыҙы «Рәсәйҙең иң яҡшы кешеләре» халыҡ-ара энциклопедияһының «Мәғарифта иң яҡшылары» тигән бүлегенә ингәне өсөн алған.
...Ялан ҡорт күсендәй гөжләп тора ине. Элекке уҡыусылар, хас та мәктәп осорондағы кеүек, үҙҙәренең сығарылыш йылдары билдәләнгән тапҡырҙа линейкаға йыйылған. Бына ҡыҙыл галстук таҡҡан өлкән пионер вожатыйы линейканың асылыуын иғлан итте. Ғүмәр ете йыллыҡ мәктәбенең беренсе сығарылыш уҡыусыһы Авзал ағай Мәҡсүтов, ҡыҙыл байраҡ тотоп, ике пионер оҙатыуында халыҡ алдынан уҙҙы. Барыһын да үткәндәргә ҡайтып әйләнергә мәжбүр иткән матур күренеш ине был.
Ауылдаштарҙың әле береһе, әле икенсеһе, уҡытыусыларын ҡотлап, йыр-бейеү менән сығыш яһаны. Остаздарына рәхмәт һүҙен еткерер өсөн бер мәл тотош пионер отряды сәхнәгә табан юлланды – 1981 йылғы сығарылыш уҡыусылары булып сыҡты улар.
Яҙыусы, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов, сәхнәгә сығып, үҙе мөхәррир булараҡ педагогик хеҙмәт ветерандарын «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының Почет грамотаһы менән бүләкләне.
Һәр саҡ тос фекерле яҙыусынан иҫтәлектәр менән бүлешеүен һорамайынса булдыра алманым.
- Уҡытыусыларыбыҙ ҙур шәхестәрҙән булды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән минең атайым, Ғайса Көнәфиә улы, уҡытты. «Уҡытты» ғына тип әйтеү дөрөҫ тә түгел. Мәктәп хәстәре менән йәшәне ул. Ике смена уҡытып ҡайтҡандан һуң, коммунистарҙың белемен камиллаштырырға колхоз йортона китер ине, - тип үткәндәргә сумды Салауат ағай. - 1952 йылдан мәктәптә әҙәби түңәрәк тә ойоштороп ебәрҙе. Шул йылдарҙа ҡулъяҙма китап сығарҙы, мәктәптә «Егән» исемендә әҙәби стена гәзитен нәшер итте. Биҙәүселәре лә уҡыусылар үҙҙәре ине. Уның юлын дауам итеүселар куп булды - ғүмере буйына шуға ғорурланып йәшәне. Уҡыусылары Вафа Әхмәҙиев, Рауил Ниғмәтуллин, Салауат Кәримовтың тәүге әҙәби әҫәрҙәре лә тап ошо ҡулъяҙма альманахта урын алды.
Байрамдың аҙағында «Бүжә» территориаль йәмәғәт үҙидаралығының еткәсеһе Азамат Исхаҡов уҡытыусыларҙы һәм башҡа мәктәп хеҙмәткәрҙәрен ауыл советы һәм ауылдаштар исеменән ҡотлап, бүләк һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы. Ғүмәр ауылының клубы, китапханаһы, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре һәм ауылдың әүҙем активистарының берҙәм көсө менән үткәрелгән был рухлы байрам ысын мәғәнәһендә халыҡ күңелендә ҡаласаҡ.