Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Август 2019, 02:00

АТА-ӘСӘ БЕРЕНСЕ КЛАСС УҠЫУСЫҺЫНА НИСЕК ЯРҘАМ ИТӘ АЛА

Психолог Елена Садыҡова 11 төп ҡағиҙәне билдәләй

Психолог Елена Садыҡова 11 төп ҡағиҙәне билдәләй



Дөрөҫ маҡтағыҙ
Баланы сифат өсөн түгел, ә тырышлыҡ өсөн маҡтарға кәрәк. Бының менән һеҙ унда эшһөйәрлек һәм үҙ өҫтөңдә эшләү сифаттарын тәрбиәләйәсәкһегеҙ. «Һин ниндәй аҡыллы» тип әйтеү дөрөҫ түгел. «Һинең инглизсә һөйләшеүең яҡшырҙы. Афарин, ныҡлы шөғөлләнеүең күренеп тора!» — тип маҡтау күпкә отошло.
Баланы түгел, ә башҡарған эшен баһалағыҙ
Мәктәптә ваҡ күңелһеҙлектәр булып тора. Әгәр балағыҙ күршеһенең башына китап менән һуҡһа: «Һин ниндәй насар (яуыз, наҙан)», — тип әйтмәгеҙ. Баланы түгел, ә килеп тыуған хәлде тикшерергә кәрәк: «Был — бик насар эш, ул малайҙың башы ныҡ ауыртҡандыр инде».
Еңелергә өйрәтегеҙ
Уҡыу барышында баланың хаталары ла, етешһеҙлектәре лә буласаҡ. Сабыр ғына аңлатығыҙ: мәктәптәге уңышһыҙлыҡ — ул ҡурҡыныс хәл йәки бәлә түгел. Ғаиләлә уны алған билдәләре өсөн түгел, ә барлығы өсөн яраталар.
ӘГӘР БАЛАҒЫҘ БЕРЕНСЕ КЛАСҠА БАРҺА
Мөмкин тиклем күберәк иғтибар бүлегеҙ
Мәктәп бала өсөн — етди көсөргәнеш. Бер көндә барыһы ла үҙгәрә: оҙон дәрестәрҙә ултырыу, белем алыу өсөн яуаплылыҡ, таныш булмаған коллективҡа һәм уҡытыусыға өйрәнеү. Был осорҙа ата-әсә мөмкин тиклем балаһы менән күберәк бергә булырға, аралашырға тейеш. Әгәр мөмкинлек булһа, отпускыны тап ошо мәлгә планлаштырығыҙ.
Уҡыуға ҡыҙыҡһыныу булдырығыҙ
Башланғыс кластар — баланың ҡыҙыҡһынып, ҙур теләк менән уҡыған осоро. Беренсе класс уҡыусыһының ошо һәләтен артабан үҫтереү зарур. Уның бөтмәҫтөкәнмәҫ һорауҙарына мотлаҡ яуап бирергә тырышығыҙ. Әгәр үҙегеҙ белмәһәгеҙ, бергәләп китап, энциклопедия уҡығыҙ.
Мәктәпкә ыңғай ҡарашта булығыҙ
Мәктәп хаҡында һәр ваҡыт ыңғай тойғо менән һөйләһәгеҙ, балағыҙ уҡыуға яҡшы мөнәсәбәттә буласаҡ, белем усағына ҙур теләк менән йөрөйәсәк.
Уҡытыусыны хөрмәт итегеҙ
Башланғыс класс уҡыусыһы өсөн уҡытыусы — ҙур әһәмиәткә эйә шәхес. Әлбиттә, һеҙ һәр ваҡыт балағыҙ яҡлы буласаҡһығыҙ, әммә уҡытыусы хаҡында һәр саҡ хөрмәт менән һөйләгеҙ, уның күңелендә кире ҡараш булдырып ҡуймағыҙ. Әгәр атай менән әсәй бер-береһе хаҡында насар итеп һөйләһә, быны бала бик ауыр кисерә. Тәүге уҡытыусы хаҡында насар фекерҙә булыу балаға яҡынса шулай уҡ тәьҫир итә.
Шарттар булдырығыҙ һәм... ҡамасауламағыҙ
Баланы үтә ныҡ әпәүләү иғтибар етмәү кеүек үк зыянлы. Бала өсөн дәрес әҙерләп йәки портфелен йыйып, һеҙ уны мөһим, кәрәкле ғәҙәттәргә эйә булыуҙан мәхрүм итәһегеҙ. Ата-әсәнең бурысы — балаға үҙаллылыҡ, йыйнаҡлыҡ кеүек һәләттәрҙе үҫтереү өсөн шарттар булдырыу.
ӘГӘР БАЛАҒЫҘ ҘУРЫРАҠ БУЛҺА
Йәйгелеккә бирелгән эштәрҙә ярҙам итеү
Август — йәйгелеккә бирелгән эштәрҙе еренә еткереп ҡуйыу мәле. Был мөһим бурысты үтәүҙә балағыҙға ярҙам итергә тырышығыҙ, тик ярҙам менән мәжбүр итеүҙе бутамағыҙ. Мәҫәлән, төшкө аш мәлендә Толстойҙың тормош юлына бәйле ҡыҙыҡлы факттар хаҡында һөйләшергә, бергәләп уның хаҡында фильм ҡарарға йәки уҡырға тейешле китаптар исемлеген төҙөргә мөмкин. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: һеҙҙең бурыс — ҡыҙыҡһындырыу, ә мәжбүр итеп эшләтеү түгел.
Күнекмәләр режимы
Уҡыуға тиклем ике-өс аҙна алдан ваҡытында ятып, иртәрәк тора башлағыҙ. Быны бөтә ғаилә менән бергә эшләү яҡшыраҡ һөҙөмтә бирәсәк.
Маҡсаттарҙы бергәләп билдәләгеҙ
«Эш миҙгеленә» маҡсаттарҙы бергәләп билдәләргә тәҡдим итегеҙ (бала ни тиклем ҙурыраҡ булған һайын, был уның өсөн шул тиклем мөһимерәк). Һеҙ үҙегеҙҙең, ә бала үҙенең маҡсаттарын яҙһын. Мәҫәлән: инглиз телендә китап уҡыу, мәктәптәге сарала концерт номеры менән сығыш яһау, уҡыу йылын «өслө»һөҙ тамамлау. Был маҡсаттар үтәлһә, уны билдәләп үтергә, мәҫәлән, кафеға йәки киноға барырға мөмкин.
Фото: Эльвира Әлмөхәмәтова.
Читайте нас: