Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Август 2019, 02:00

БЫЙЫЛ 1 СЕНТЯБРЬ ЯЛҒА ТУРА КИЛӘ

Башҡортостанда мәктәптәрҙә Белем көнө тантанаһының рәсми датаһы билдәләнде. 1 сентябрь йәкшәмбегә тура килеү сәбәпле, байрам линейкаларын дүшәмбегә йәғни 2 сентябргә күсереү хәл ителгән.

Башҡортостанда мәктәптәрҙә Белем көнө тантанаһының рәсми датаһы билдәләнде. 1 сентябрь йәкшәмбегә тура килеү сәбәпле, байрам линейкаларын дүшәмбегә йәғни 2 сентябргә күсереү хәл ителгән.


Был турала бөгөн Август кәңәшмәһендә Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин белдерҙе. Әммә ул шулай уҡ тантананы үткәреү көнөн белем усаҡтары етәкселәре үҙҙәре лә билдәләргә хоҡуҡлы булыуын әйтте. Әлбиттә, был осраҡта ата-әсәләр теләге лә иғтибарға алынырға тейеш.


- Беҙ белем биреү учреждениеларына байрам линейкаһын эш көнөндә үткәрергә кәңәш итәбеҙ. Әммә мәктәптәр, ата-әсәләр менән берлектә, беренсе кластар өсөн линейканы йәкшәмбе йәки дүшәмбе үткәреүҙе үҙенсә хәл итә ала, - тип аңлатты ведомство етәксеһе.





Фото: автор.
Читайте нас: