Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Август 2019, 02:00

Бер быуатлыҡ тарихын байҡаны

Мәктәп – тыуған ер йылыһын биреүсе, бала һәм үҫмер саҡ йылдарының иҫтәлеген һаҡлаусы, ғүмер буйы үҙенә саҡырып тороусо изге йорт ул...

Мәктәп – тыуған ер йылыһын биреүсе, бала һәм үҫмер саҡ йылдарының иҫтәлеген һаҡлаусы, ғүмер буйы үҙенә саҡырып тороусо изге йорт ул...


Бер быуатлыҡ тарихы булған Ғүмәр мәктәбе уҡытыусыларҙы, ветеран педагогтарҙы, абруйлы ҡунаҡтарҙы һәм төрлө ерҙә ғүмер иткән уҡыусыларын август айының бөгөнгө йәмле көнөндә осраштырҙы. Төрлө йылдарҙа эшләп киткән мәктәп директорҙары – Салауат Хәйбуллин, Салауат Арыҫланов һәм Миңнур Вахитованың сығыштарын тыңлап, һәр кем үткәндәргә ҡайтып әйләнде. Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы директоры Гөлназ Ғәфир ҡыҙы Әхмәҙиеваның әйткән һүҙҙәре ауылдаштарҙа өмөт уятты:


- Филиал булып эшләһә лә, мәктәбебеҙ тере. Ҙур мәктәпме, бәләкәйме ул – барыбер эшләргә тейеш. Әлеге көндә ошондай белем усаҡтарын яңынан тергеҙер өсөн мөмкинлектәр бар. Мәктәбебеҙ ҡабаттан эшләй башлаһын өсөн, бар көстө шуға йүнәлтергә кәрәк.











Фото: автор.
Читайте нас: