Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Июль 2019, 02:00

Бер ярҙам да артыҡ түгел

1 июлдән республикала “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” хәйриә акцияһы старт алды.

1 июлдән республикала “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” хәйриә акцияһы старт алды.


Уның маҡсаты – ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға уҡыу өсөн шарттар тыуҙырыу, уларҙы уҡытыу һәм тәрбиәләү проблемаларына эшҡыуарлыҡ, йәмәғәтселек, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре иғтибарын йәлеп итеү.


Мәрхәмәтлек ярҙамы яңы кәнсәләр тауарҙары, яҙыуһыҙыу, рәсем төшөрөү өсөн кәрәк-яраҡтар, дәфтәрҙәр, шулай уҡ яҡшы торошта йәки яңы булған портфелдәр, мәктәп формаһы, уҡыу әсбаптары, нәфис әҙәбиәт рәүешендә ҡабул ителә.


Мәктәп кәрәк-яраҡтары “Ғаилә” Көньяҡ район-ара үҙәге дәүләт бюджет учреждениеһының Ишембай ҡалаһындағы ғаилә хеҙмәтендә Стахановсылар урамы, 67 адресы буйынса 13-сө бүлмәлә ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: 8(34794) 4-18-84. Ғаиләләр менән эшләү буйынса белгес: Ибраһимова Әлиә Илшат ҡыҙы. Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға битараф булмайыҡ, изгелек ҡылырға ашығайыҡ!




Фото: интернет.
Читайте нас: