Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Июнь 2019, 02:00

Каникул күңелле башланды

Ошо көндәрҙә Ишембай районы мәктәптәренән илленән ашыу бала – уҡыу алдынғылары, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә үҫкәндәр Өфөгә бушлай Аквапаркка барып ҡайтты.

Ошо көндәрҙә Ишембай районы мәктәптәренән илленән ашыу бала – уҡыу алдынғылары, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә үҫкәндәр Өфөгә бушлай Аквапаркка барып ҡайтты.
Аквапаркта булғандар ундағы хаҡтарҙы белә – ғаилә менән инәм тиһәң, апаруҡ ҡына сығымдар талап ителә. Өфөгә юлланған балаларҙың бер нисәһе генә унда быға тиклем булып өлгөргән. Әлбиттә, уҡыусылар һәм ата-әсәләр был мөмкинлекте ҡыуанып ҡабул итте. Бында Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ярҙамын баһалау кәрәк, уның булышлығы менән район хакимиәте балаларға ошондай сәйәхәт ойоштора алды.
- Ҡыҙҙарыма бик оҡшаны, йәйге каникул шулай күңелле башланды, дәртләнеп ҡайттылар. Тәьҫораттарын әле лә һөйләп бөтә алмайҙар. Беҙҙең кеүек төпкөл ауылдар балаларына иғтибар күрһәткәндәре өсөн рәхмәт, - тип уртаҡлашты Иҫке Һәйет ауылынан өс бала әсәһе Гөлшат Әхмәтйәнова. Ҡыҙҙары Нурзилә Ҡолғона мәктәбендә 6-сы класта уҡыһа, Нәилә үҙҙәрендәге башланғыс мәктәптә 2-сене тамамлаған.
- Юл әҙерәк арытһа ла шатланып ҡайттыҡ. Тағы ла
тырышыбыраҡ уҡыясаҡмын, ошондай матур ерҙәрҙе күргем,
төрлө сараларҙа ҡатнашҡым килә, - ти Нәилә.
Читайте нас: