Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Июнь 2019, 02:00

Ил-көндәребеҙ тыныс булһын!

Рәсәй көнө алдынан Көҙән ауылы мәктәбендә ял һәм хеҙмәт лагерҙарына йәлеп ителгән балалар өсөн бай йөкмәткеле саралар үткәрелде.

Рәсәй көнө алдынан Көҙән ауылы мәктәбендә ял һәм хеҙмәт лагерҙарына йәлеп ителгән балалар өсөн бай йөкмәткеле саралар үткәрелде.
Илебеҙҙең үткәненә, ауылыбыҙҙың тарихына интерактив сәйәхәт ҡылыумы, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тураһында фәһемле уйын-әңғәмә булһынмы - барыһы ла уҡыусыларҙа илһөйәрлек хисе тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. "Нимә ул Ватан?" тигән һорауға ҡыҙҙар һәм малайҙар төплө яуап ҡына биреп ҡалманылар, тыуған ил темаһын һүрәттәрендә лә сағылдырҙылар. Сағыу һүрәттәрҙән торған күргәҙмә ял бүлмәһендә лайыҡлы урын алды.
Тәбиғәт ҡосағында, Улаҡ ҡойоһо янында байрам концертында барыһы ла ҡатнашты, һәләттәрен күрһәтте. Тамашанан һуң да балалар мәктәпкә ҡайтырға ашыҡманылар: ялан сәскәләренән таждар үреп, туп уйнап кинәнделәр. Улаҡ яны бала сағаның шат тауыштарынан гөрләп торҙо. Ил-көндәребеҙ тыныс булһын!


Читайте нас: