Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Июнь 2019, 02:00

Булдырҙы егеттәр!

Хәрби уҡыу-ялан сборҙарын 10-сы класты тамамлаусы егеттәр һәр йыл тулҡынланып көтөп ала. Уҡыу тамамланған көндәрҙә район һәм ҡала мәктәптәренән буласаҡ ил һаҡсыларын йәйге лагерь шарттарында һынау – беҙҙә күптәнге хәрби әҙерлек йолаһы. Быйыл бөтәһе 104 егет, 4 көнгә тыуған йортонан айырылып, “әрме һурпаһын” татып ҡараны.

Хәрби уҡыу-ялан сборҙарын 10-сы класты тамамлаусы егеттәр һәр йыл тулҡынланып көтөп ала. Уҡыу тамамланған көндәрҙә район һәм ҡала мәктәптәренән буласаҡ ил һаҡсыларын йәйге лагерь шарттарында һынау – беҙҙә күптәнге хәрби әҙерлек йолаһы. Быйыл бөтәһе 104 егет, 4 көнгә тыуған йортонан айырылып, “әрме һурпаһын” татып ҡараны.
Байғужа ауыл Советы биләмәһендә урынлашҡан “Йәйғор” йәйге-һауыҡтырыу лагеры егеттәрҙе хәрби тәртип буйынса ҡаршыланы. Көндәлек һалдат тормошо иҙәндәрҙе таҙа итеп йыуып сығыуҙан башланды - дисциплина, таҙалыҡ һәм үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндерә белеү бында төп талап.
- Егеттәр төрлө әҙерлек менән килә. Көндәре һанаулы ғына булһа ла, уҡыу-ялан сборҙарында физик һәм рухи ныҡлыҡты баһалап була. Спортты үҙ итмәгән, дисциплина яғы аҡһаған егеттәргә ҡыйыныраҡ, әлбиттә, - тип уртаҡлашты уҡыу-ялан сборы начальнигы, тәжрибәле уҡытыусы Николай Шишков. - Тап шундайҙар өсөн файҙалы был сара, үҙеңде ысынбарлыҡта ҡатмарлыраҡ шарттарҙа һынап ҡарау мөһим. Егеттәр менән уларға терәк булырлыҡ физик культура, ОБЖ уҡытыусылары етәкселек итә. Башҡа йылдарҙан айырмалы, быйыл улар Алкинолағы хәрби часта булып өлгөрҙө, Калашников автоматынан атып ҡарау егеттәрҙә ҙур тойғолар уятты. Һәр бер ир-азамат тыуған ерен һаҡларға әҙер булырға тейеш, әммә мин һәр саҡта әйтә киләм – бөгөнгө быуынға ысын ҡоралды хәрби уҡыуҙарҙа ғына тотоп ҡарарға булһын.
Йәш Ватан һаҡсылары сафҡа теҙелеш, ут, тактик әҙерлек үтте, мина-шартлатҡыстар менән эш итеүҙең нигеҙен өйрәнде. Тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса белемдәре иһә көндәлек тормошта ла кәрәгер. Постарҙа тәүлек әйләнәһенә бер нисә сәғәтләп һаҡта тороу, хәрбиҙәрсә теүәллек, етдилек – барыһы ла хас әрмеләгесә булды.
Бокс, ҡул көрәше менән шөғөлләнәм. Ауылда үҫкәс, эштән дә ҡурҡмайым. Был хәрби уҡыуҙар беҙҙе бер команда булып, бер маҡсат өсөн тырышырға өйрәтә. Киләсәктә үҙемде хоҡуҡ һаҡлау органдарында күрәм, шуға ла һәр яҡлап ныҡ булырға кәрәк, был уҡыуҙар шуға өйрәтә лә инде, - ти Ә.Вәлиди исемендәге 2-се БГИ уҡыусыһы Юлдаш Әҙершин.
Уҡыу-ялан сборын асыу тантанаһында йәштәргә район Советы рәйесе Олег Агафонов, мәғариф бүлеге етәксеһе Роберт Ибәтуллин, хәрби комиссариат, “Офицерҙар йыйылышы” ойошмаһы вәкилдәре иң изге теләктәр юлланы. Ата-әсәләр иһә улдарының бер нисә көндә үҙҙәрен баһадирҙарса тоторға өйрәнеүен, парадта ғорур үтеүҙәрен күреп һоҡланды. Ырымбур казачествоһы ир-егеттәренең ҡылыс менән оҫта эш итеүҙәрен барыһы ла ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Башҡорт гимназия-интернатында Зөһрә Кинйәбаева етәкселегендә “Мәргән уҡсы” түңәрәгендә шөғөлләнеүсе балаларҙың рухлы сығышы иһә иң тәрән, илһөйәр ҡылдарҙы тартты. Сәптең ҡап уртаһына бер- бер артлы тигеҙеп, бәләкәстәр өлкән ағайҙарының танауына сиртте.
Һынатманы быйылғы унынсылар. Бик күптәренең хәрби уҡыу-ялан сборынан үҙүҙенә ышанысы артып ҡайтты, ә офицерҙар ҡулынан алған грамоталары ир-егет намыҫы, Ватан алдындағы бурыс хаҡында иҫкәртеп торор.

Фото: автор.
Читайте нас: