Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Май 2019, 02:00

Һуңғы ҡыңғырау тауышы...

Һуңғы ҡыңғырау тауышы... Сәстәргә сал керһә лә һаман да ҡолаҡта сыңлай. Ауылға йәшәргә ҡайтҡандан бирле йыл һайын Я.Ҡолмой исемендәге Ҡанаҡай урта мәктәбенә Һуңғы ҡыңғырау сараһына саҡыралар. Бына быйыл да ошо байрамда булып, сараның шул тиклем матур ойошторолоуына һоҡланып ҡайттым.

Мәктәпте тамамлаған ете уҡыусының өсәүһе тик 5-гә генә уҡый. Ҡалғандары ла уларҙан аҙға ғына ҡалыша. Класс етәкселәре Зилә Миниәхмәт ҡыҙы менән берлектә төшөрөлгән "Беҙҙең 11-се класс" тигән фильмды ҡарағанда рәхәтләнеп көлдөк тә, моңһоуланып та алдыҡ. Ниндәй бәхетле балалар... Һәр береһенең типһә тимер өҙөрлөк атаһы, йәп-йәш әсәһе бар. Ауылдың матур итеп донья көткән арҙаҡлы ғаиләләре улар. Ата-әсәләр исеменән сығыш яһаған Алһыу Янбаеваны тыңлағанда күҙҙән йәштәр сыҡты. 11-се класс уҡыусылары күрһәткән “Имтихан” мажаралары интермедияһын ҡарап, көлә-көлә күҙҙәрҙән йәштәр сыҡты.
Биш йыл элек мәктәпте тамамлаған элекке уҡыусыларҙың килеүе сараны йәмләп ебәрҙе. Ҡолмөхәмәтова Нәзифәнең йыры, сығарылыш уҡыусыларының вальсы күңелдәрҙе йылытып ебәрҙе. Кисәне ҡыҙыҡлы итеп алып барыусы Аҡбулатова Сабинаға рәхмәт. Сығарылыш класс уҡыусыларына Берҙәм Дәүләт имтихандарын уңышлы биреүҙәрен теләйем.
Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!

Гөлсәсәк Шәрипова.
Читайте нас: