Быйыл был уҡыу йортонда 11-се класты 27 уҡыусы тамамлай, 9-сылар иһә байтаҡ – 130. Әйткәндәй, уларҙың күбеһе 10-сы класҡа ҡалырға ниәтләй.
Сәскә кеүек балҡыған йәштәрҙе район хакимиәте, мәғариф бүлеге исеменән Эльвира Вахрушина ҡотланы.
- Һеҙ барығыҙ ҙа булдыҡлы, имтихандарҙы уңышлы биреп, күңелегеҙ ятҡан уҡыу йортона инеүегеҙҙе теләйем. Ошо йылдар эсендә уҡытыусыларығыҙҙың тырышлығы, атай-әсәйҙәрегеҙҙең йоҡоһоҙ төндәре һис бушҡа китмәгән. Тыуған районығыҙға алдынғы һөнәр эйәләре булып ҡайтырығыҙға ышанабыҙ! – тине Эльвира Фәрит ҡыҙы.
Мәктәп директоры Александра Вахрушина иһә быйылғы сығарылыш менән ысындан да ғорурланыуын әйтте. 27 уҡыусының 11-е “ҡыҙыл” аттестатҡа дәғүә итеүе лә быға дәлил. Сирек быуат ошо белем усағын етәкләгән Александра Евдокимовна, әлбиттә, үҙ тәжрибәһенән сығып, бөгөнгө йәштәрҙең ҡыйыу фекерле, маҡсатлы булыуына һөйөндө. Класс етәкселәре Фәүриә Ғайсина әйткән һүҙҙәрҙе лә тыныс ҡына ҡабул итеп булманы. Ҡыҙҙар шым ғына танау тартты, егеттәр ҙә хис-тойғоларын йәшереп маташманы. Һәр бер класс мәктәп менән хушлашыусыларға матур сығыштар бүләк итте. Ә беренселәрҙең шиғырға һалған шаяртыуҙары хатта күҙ йәштәре аша йылмайырға мәжбүр итте. “Ниңә моңайҙығыҙ әле, 11 йыл буйы ошо хаҡта хыялландығыҙ бит?!” – тип мәрәкәләне бәләкәстәр.
Ҙур экрандағы фотоларҙан кисә генә беренсегә килгән шуҡ малайҙар-ҡыҙҙар ҡарай. Ни арала үҫеп еткәндәр! Төрлө өлкәләге уңыштары ғорурланып һөйләрлек, мәктәпкә һис ҡыҙыллыҡ килтермәгәндәр. Киләсәктә лә шулай буласаҡ - йәштәрҙә иң көслө тойғо – тыуып-үҫкән ергә рәхмәт тәрбиәләнгән.