Ҡолғонаға халыҡ сходын гәзиттә яҡтыртыу маҡсаты менән барғанда ауылдың балалар баҡсаһын күреп сығырға ла форсат табылды.
Балалар баҡсаһы, мәктәптең гөрләп эшләүе, миңә ҡалһа, ауыл тормошон бар яҡтан асҡан иң көслө күрһәткес. Тимәк, йәштәр төпләнеп ҡала, ауылдың киләсәге өмөтлө. Ҡаршыға бәләкәстәрен етәкләгән атайҙар, әсәйҙәр осрай – көн кисләй ине, балаларҙы баҡсанан алған мәл. Ҡолғона тулы булмаған урта мәктәбе ҡанаты аҫтында эшләгән “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы күтәрмәһенән күтәрелеү менән бинаның 2017 йылда урындағы башланғыстарға ярҙам программаһына таянып ремонтланыуы тураһында хәбәр иткән алтаҡта иғтибарҙы йәлеп итә.
- Ҡунаҡтарға беҙ һәр саҡ шат, тик әле бер нисә бала ғына ҡалды, күмәген йыйып фотоға төшөрһәк, ҡайһылай күңелле булыр ине, – тип ихлас ҡаршыланы балалар баҡсаһы етәксеһе, дөрөҫөрәге, хәҙер мәктәпкә ҡушылғас, өлкән тәрбиәсе вазифаһында тырышҡан Әнисә Ғилфанова. – Әлеге көндә өс төркөмдә иллегә яҡын бала. Ике, өс балаһын йөрөткән ғаиләләр байтаҡ, Иҫке Һәйеттән дә теләүселәр бар ҙа бит, тик юл хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәй, мәктәп автобусы унда йөрөй алмай. Быйыл 8 баланы мәктәпкә оҙатасаҡбыҙ, уларҙың артынса тағы 11 уҡыусы әҙерләйбеҙ. Ә бына баҡсаға килеүселәр кәмей бара, быйыл өс кенә бәләкәсте көтәбеҙ.
Әнисә Абдулхай ҡыҙы баҡса менән таныштырған арала күп нәмәләр хаҡында һөйләп, уртаҡлашып өлгөрҙө. Эше менән йәшәгән, барыһын күңеле аша үткәргән кеше икәне күренеп тора. Балаларға бағышланған һөнәрҙә башҡаса булыуы ла мөмкин түгелдер. Баҡсаны нисә йыл етәкләүе хаҡында һорашам:
- Утыҙ йыл булып килә. Леспромхоз ятағы итеп төҙөлгән бина был, әммә уға балалар баҡсаһы булараҡ ишеген асырға яҙҙы. Карауат, шкафтар, башҡа кәрәкяраҡ тип Өфөгә ҡуна йөрөүҙәр һаман иҫтә. Мебелгә ҡытлыҡ заман ине. Был йыһаздар әле лә хеҙмәт итә. 2010 йылдарға тиклем ике һыйыр, бер ат тоттоҡ. Коллектив менән етерлек бесән әҙерләй торғайныҡ. Ошоға таянып, ҡатмарлы йылдарҙа ла туҡланыуҙы яҡшы ойоштора алдыҡ. Баҡсаның мәктәпкә ҡушылыуына өсөнсө йыл. Әлбиттә, коллективтан күп нәмә тора. Рима Ғаяз ҡыҙы Монасипова, Гөлнур Суфиян ҡыҙы Әбдрәшитова, Гөлсиә Закир ҡыҙы Садиҡова кеүек матур күңелле, уңған тәрбиәселәр янына балалар ашҡынып килә. Мәктәпкә әҙерлеккә лә иғтибар көслө. Ошо бер нисә йылда баҡсала балалар өсөн уңайлыҡтар артыуына ла шатланабыҙ. 2016 йылда бина эсендә заманса бәҙрәф эшләнде. Элекке йыл урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса тәҙрәләр, йылытыу торбалары алыштырылды, быға тиклем мейескә яҡһаҡ, хәҙер бина мәктәп аша газға тоташҡан.
Әнисә Абдулхай ҡыҙы был эшкә ныҡ ярҙам иткән ауыл уңғандарын да әйтеп үтте.
- Урал Ғөбәйҙуллин, Дәриғәт Кульчиков, Азамат Мусин, Урал Садиҡов кеүек ир-егеттәргә күҙ терәп торабыҙ, - тине ул. Бағымсы тигән исем өсөн түгел, ауыл балалары өсөн тырышлыҡтан был.
Бөхтә бүлмәләр, ҙур тәҙрәләрҙән ҡояш нурына ҡойонған уңайлы ғына спорт залы, хәстәрлекле, ижади ҡулдар хаҡында һөйләгән биҙәлеш – балалар баҡсаһында була бирге килә. Бер нисә быуын балалар тәрбиәләгән, ата-әсәләрҙең төрлөһө менән уртаҡ тел таба белгән Әнисә Абдулхай ҡыҙы күңелен өйкәгән нәмә хаҡында ла әйтте. Ҡайҙа-ҡайҙа, әммә Ҡолғонала был хаҡта ишетермен тип уйламағайным. ...Балаларҙың теле урыҫлаша. Үҙ-ара урыҫ телендә һөйләшеү “сире” районыбыҙҙың иң төпкөл ауылдарына ла барып еткән.
- “Йәйләү” байрамы – балалар баҡсаһының матур йолаһы. Уны йәйен ҙурлап үткәрәбеҙ. Башҡа милли байрамдар ҙа ойоштороп торабыҙ. Бына шуларҙа ҡатнашыу өсөн хәҙер балаларҙан башҡортса шиғырҙар ятлатыу, иркенләп башҡортса һөйләштереү ҡатмарлыраҡ була бара. Был хәл хафаландыра, борсоуға һала. Ата-әсәләргә аңлатырға тырышабыҙ, әлбиттә. Балаларға иң тәүҙә үҙебеҙ өлгө, - тине ул етәксе генә түгел, алты ейәнгә өләсәй булараҡ та. Күмәкләп уйланырға тейешбеҙ был турала.
Үҙемдең бала саҡты иҫләнем дә, ҡолғоналарға көнләшеп ҡуйҙым. 30 йыл эсендә бер асылып, бер ябылмаған, бәҫен, ҡотон ебәрмәгән, күпме ауылдаштарының бала сағын бәхетлерәк иткән ул. Киләсәктә лә шулай була күрһен, ауылды тотоп торған бағаналар ныҡ булһын.
Фото: автор һәм балалар баҡсаһы архивынан.