Быйыл тәүге тапҡыр Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының съезы үтте. Республиканың 100 йыллығына арналған сара Өфөлә “Торатау” конгресс-холы майҙансығында ойошторолдо. Съезда Башҡортостан Республикаһындағы һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттарындағы дөйөм белем биреү ойошмаларының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары; туған телдә уҡытылған дәүләт һәм муниципаль дөйөм белем биреү ойошмалары директорҙары; муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәренең мәғариф идаралығы белгестәре һәм методистары; юғары уҡыу йорттары, йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты. Тарихи ҡорға Ишембай районынан да ҙур ғына төркөм барҙы. Унда күтәрелгән проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшеү, фекер алышыу өсөн “Торатау” гәзите редакцияһы делегация вәкилдәрен Түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеүгә саҡырҙы. Шулай итеп, бөгөн беҙҙә ҡунаҡта: мәғариф бүлегенең мәғлүмәт-методик үҙәк методисы Әлфинур Яҡупова, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Рифат Әйүпов, Ғәлиә Фәйзуллина, Ишәй урта мәктәбе директоры Илшат Исмәғилев, 3-сө урта мәктәп уҡытыусыһы Гөлнур Аҙнабаева, 12-се лицей уҡытыусыһы Фәриҙә Ҡорбанова, Башҡорт кадет корпусы уҡытыусылары Гөлсөм Мәмбәтҡолова, Рәйсә Мөхәмәтова.
- Хөрмәтле мөғәллимдәр, быуат эсендә тәүгә үткәрелгән ҡор күңелдәрегеҙҙә ниндәй уй-кисерештәр тыуҙырҙы? Шул турала һәр берегеҙҙең фекерен ишетке килә.
- Беҙҙең алға башҡорт теленә ҡарата йәмғиәттә ҡыҙыҡһыныу уятырға тигән ҙур маҡсат ҡуйылды. Заманса китаптар, ҡулайлы уҡытыу алымдары, дәртләндереү саралары тураһында һүҙ күп булды. Ләкин, минең уйымса, ниндәй генә шәп китаптар булмаһын, закондар ҡабул ителмәһен, әгәр беҙ үҙебеҙ тотоп эшләмәһәк, һөҙөмтә булмаясаҡ. Үкенескә күрә, ошондай юғары кимәлдәге ҡорҙа ваҡ ҡына мәсьәләләрҙе лә оло проблема итеп күтәреүселәр булды. Әйтәйек, бер ханым сабыйының, балалар баҡсаһына барғас, русса һөйләшә башлауына, өйҙә башҡортса аралашмауына зарланды. Уйлап ҡарағыҙ әле, был бит дәүләт кимәлендәге мәсьәлә түгел. Уны ул үҙе ғаиләһендә хәл итә алмаймы ни?! Мәктәптәге проблеманы – беҙ, уҡытыусылар, фән өлкәһендәгеһен, әйтәйек, шул уҡ китаптарҙы - ғалимдар хәл итергә тейеш, дәүләт кимәлендәге мәсьәләләрҙе министрлыҡ хәстәрләргә бурыслы.
Әгәр ҡул ҡаушырып, күктән көтөп ултырабыҙ икән, тағы ла ҡабатлап әйтәм, һөҙөмтә булмаясаҡ.
- Ысынлап та, съезда күп ваҡ мәсьәләләр күтәрелде, шуның арҡаһында ҡайһы бер мөһимерәктәренә иғтибар етмәне. Бәлки, сара алдынан урындарҙа был йүнәлештә әҙерәк эшләргә кәрәк булғандыр.
Уҡытыу алымына килгәндә, бөгөн заман талаптарына тура килерлек методика өҫтөндә эшләү зарурлығы көн кеүек асыҡ. Ошо хаҡта етди һөйләшеү булды. Был йәһәттән беҙ башҡаларға өлгө булырлыҡ. Бына әле ошонда ултырған башҡорт теле уҡытыусыларын ғына алайыҡ, уларҙың һәр береһе ниндәй ҙә булһа методик ҡулланманың авторы. Һәр кемдең йылдар һынауын үткән бай эш тәжрибәһе, тимәк, юғары һөҙөмтәһе бар. Әйткәндәй, йыл һайын уҙғарылған “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеләрендә беҙҙең район-ҡала вәкилдәре алдынғылыҡты бирмәй. Был да күп нәмә тураһында һөйләй.
- Съездан мин бик күп ыңғай тәьҫораттар алып ҡайттым. Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың килеүе, туған телебеҙҙә сығыш яһауы сараның мәртәбәһен күтәрҙе. “Башҡортса һөйләргә тырышҡан һәр кешене күтәреп алығыҙ” тигән мөрәжәғәте оҡшаны миңә уның.
- Съезда, әлбиттә, төп һүҙ Башҡортостанда, Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү мәсьәләләре тирәләй барғандыр.
- Беҙ шуның өсөн йыйылдыҡ та инде. Съезд үтеүе менән генә лә бөйөк. Бик матур тәҡдимдәр булды. Республиканың бер нисә ҡалаһында, шул иҫәптән, Ишембайҙа ла лингвистик башҡорт мәктәбе ойоштороласағы - ҡыуаныслы яңылыҡ.
Башҡорт милләтенән булған кадрҙар резервын эшләйек, тигән тәҡдим урынлы яңғыраны. Башҡортса белгән медиктар, географтар, инженерҙар, башҡа өлкәләрҙә эшләүселәр бик тә кәрәк бөгөн.
Хәҙер район, ҡала хакимиәттәре башлыҡтарының рейтингтарын төҙөү модаға әйләнеп китте. Мин уларҙың башҡорт телен дәүләт теле булараҡ үҫтереүгә индергән өлөштәрен дә рейтингҡа индерергә кәрәк тигән тәҡдим индерҙем һәм ул хуплау тапты. Әйтергә кәрәк, башҡа район-ҡалаларҙа теге йәки был мәсьәлә буйынса проблемалар күтәрелә генә башлағанда, беҙ ул йүнәлештә эш алып бара инек инде. Мәҫәлән, Ю.А.Гагарин кубогына үткәрелгән олимпиадалар исемлегенә башҡорт теле фәнен индереүгә өлгәштек.
- Был башланғыстың Рифат Риф улыныҡы икәнен күптәр белмәйҙер ҙә әле. Ғөмүмән, секцияла эшләгәндә лә, унан алда ла коллегабыҙҙың күп эшлекле тәҡдимдәр менән сығыш яһауы һоҡландырҙы. Шундай уҡытыусының үҙебеҙҙең арала булыуы менән ғорурланабыҙ. Съезда байтаҡ эшлекле тәҡдимдәр яһаныҡ. Йомғаҡлау өлөшөндә уларҙың сәхнәнән яңғырауы һәр беребеҙҙә ғорурлыҡ тойғоһо уятҡандыр.
- Съезд барышында секцияларға бүленеп эшләү бик уңышлы булды. Һәр кем үҙ ҡарашын, тәҡдимен белдерә, һәр ҡатнашыусы үҙ тауышын ишеттерә алды. Мәктәптәрҙә биш көн уҡытыуға күскәндә бер башҡорт теле уҡытыусыһын да, бер башҡорт теле сәғәтен дә ҡыҫҡартмаҫҡа тигән талап яңғыраны.
Башҡортостандан тыш сит өлкәләрҙән килгән уҡытыусылар менән аралаштыҡ. Улар ҙа беҙҙең кеүек янып-көйөп йәшәй, съезд трибунаһынан үҙҙәренең теләктәрен дә ишеттерә алдылар. Башҡорт теле буйынса дәүләт кимәлендә күтәрелгән мәсьәләләрҙең, тәҡдимдәрҙең ниндәйҙер өлөшө генә үтәлһә лә, туған телебеҙҙе уҡытыуға ҡараш үҙгәрәсәк, тип уйлайым.
- Килгән делегаттар араһында беҙҙең ишембайҙарҙың юғары кимәлдә булыуы һөйөндөрҙө. Быны беҙ әйткәйнек, быныһын беҙ яҙғайныҡ, тип шатланып ултырҙыҡ: сьезға буш ҡул менән барманыҡ. Тимәк, беҙҙең Ишембай мәғарифы байтаҡ ҡына матур алға китештәр эшләгән. Һәм ошо йүнәлеште артабан да дауам итеү кәрәк. Үҙемә килгәндә, йәш уҡытыусылар менән берлектә 5-се кластар өсөн дәреслек, уҡыу ҡулланмаһы әҙерләүгә тотонорға дәрт бар.
- Съезға барған Ишембай делегаттары зона кимәлендә конференцияла сығыш яһап, үҙ эш тәжрибәһен башҡа райондарға таратмаҡсы. Сөнки ҡорға барып ҡайтыу - бер, әммә ләкин уның ҡарарҙарын тормошҡа ашырырға ла кәрәк. Айырып әйткәндә, башҡорт телен уҡытыуҙа балаларға еңел итеп аңлатыу буйынса эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу ниәте ҙур. Юғиһә, дәрестә фекер алышыу, тере аралашыу, уҡыусының телмәрен үҫтереү кеүек алымдар юҡҡа сыға бара. Шуларҙы тергеҙергә кәрәк. Беҙҙең һәр һүҙебеҙ, һәр һөйләмебеҙ баланы тәрбиәләргә тейешлеген онотмайыҡ.
- Рәйсә Минеғәли ҡыҙының әйткән һүҙҙәре менән килешәм. Үҙем байтаҡ йылдар рус мәктәптәрендә уҡыттым, аҙаҡ мәғариф бүлегендә лә ошо йүнәлештә эшләнем. Ябай тел менән һөйләү отошлораҡтыр, тим. Рус телле балаларға икенсе төрлөрәк алым кәрәк. Был юҫыҡта бик матур сығыштар булды һәм дәреслектәрҙе мотлаҡ яңынан ҡарарға тигән фекерҙәр яңғыраны.
Милли мәктәптәр булдырыу бик ҙур эш. Ул беҙгә рус телен дә, туған телдәрҙе уҡытыуҙы ла еңеләйтәсәк. Башҡорт телен икегә бүлеп уҡырға ваҡыт еткән, был көнүҙәк мәсьәлә. Әгәр ошо уйлаған уйҙарыбыҙ тормошҡа ашһа, бик һәйбәт.
- Съезда Радий Хәбировтың ҡатнашыуы, сараның ни тиклем ваҡытлы, кәрәк булыуы тураһында һөйләй. «Нисек итеп башҡорт телен уҡытыуҙы һөҙөмтәле һәм модалы итергә?” тигән һорау ҡуйҙы ул. Был башҡорт теле уҡытыусыларына төбәлгән бурыс һәм талап. Беҙ биш көнлөк уҡыу системаһы алдында торабыҙ. Был шарттарҙа нисек итеп башҡорт теле дәрестәрен һаҡлап алып ҡалырға тигән һорау башҡорт теле уҡытыусыларын борсой. Ошо тәңгәлдә съезд бик ваҡытлы үтте.
- Информатика уҡытыусыһы булараҡ, ”Башҡорт телен өйрәнеүҙе цифрлау” майҙансығында ҡатнаштым. Башҡорт телен өйрәнеү буйынса үҙем өсөн дә файҙалы программа тураһында ишеттем. Андроидтарға башҡортса яҙа торған клавиатура ҡуйыу, мәҫәлән. Был осраҡта башҡортса бик белмәгән кеше үҙе ишеткәнсә яҙһа ла, ул дөрөҫ итеп төҙәтеп яҙылыуы менән отошло. Ошо рәүешле үҙеңдән-үҙең башҡортсаға өйрәнәһең.
Башҡортса һөйләшә белгән робот, ҡурсаҡтар ҙа булды. Был майҙансыҡ мәғлүмәт технологиялары өлкәһендәге белгестәргә башҡорт теле уҡытыусылары менән берлектә бер продукт эшләргә тигән маҡсат ҡуйҙы.
Уҡыусылар араһында телде бик яҡшы белгәндәре лә, белеп еткермәгәндәре лә бар. Шуға уларҙың белеменә ҡарап, еңел, уртаса, ҡатмарлы кимәлдәрҙә өйрәтеү дөрөҫтөр, минеңсә.
- Башҡорт теле уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезында ҡатнашыуыбыҙға ифрат шатбыҙ. Бик көслө уҡытыусылар барҙы унда, һәр береһе үҙ тәҡдиме менән сыҡты. Ҙур яңылыҡтар менән ҡайттыҡ. Район хакимиәте башлыҡтарына рейтингы өсөн башҡорт телен үҫтереү буйынса ниндәйҙер саралар күреү тураһында тәҡдим булғайны. Был йәһәттән беҙҙә эшләү өсөн матур ғына мөмкинлектәр бар. Быйыл ғинуар айынан ата-әсәләр өсөн башҡорт телен өйрәнеү буйынса шәмбе мәктәбе эшләп килә. Ул ҡаланың Балалар һәм үҫмерҙәр ижад һарайында алып барыла, юғары категориялы уҡытыусыларыбыҙ дәрестәр бирә. Тәҡдимем – беҙгә финанс ярҙам булғанда, эште киңерәк итеп ойоштора алыр инек. Бәлки уны һәр мәктәптә асырға кәрәктер. Беҙ башҡаларға ошо рәүешле өлгө күрһәтергә тейеш. Шулай уҡ балалар баҡсаһында ла ошондай уҡ мәктәп булдырырға мөмкин. Ҡайһы бер ата-әсәйҙәр эшләмәй, балаларын килтерәләр ҙә ҡайтып китәләр. Шул ваҡытта тәрбиәсе балалар менән ата-әсәләрҙе лә дәрескә индереп ултыртһа, телде өйрәнергә теләүселәргә был файҙаға ғына булыр ине.
- Съездан һеҙҙең хеҙмәттәштәрегеҙ маҡтаулы исемдәр ҙә алып ҡайтты. Гөлсөм Мәмбәтҡоловаға Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Фәриҙә Ҡорбановаға Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы исеме бирелде. Һеҙҙе, хөрмәтле мөғәллимдәр, ошо ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотлайбыҙ һәм, әлбиттә, күңел кисерештәрегеҙҙе белге килә.
- Был награданы алыу ҙур мәртәбә минең өсөн. Беренсенән, ул 1-се съезда бирелде. Икенсенән, уны Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡулынан алдым. Сикһеҙ шатмын. Минең генә наградам түгел был, үҙем эшләгән Башҡорт кадет корпусы коллективының хеҙмәтенә лә юғары баһа.
- Минең өсөн дә ғүмергә иҫтә ҡалырлыҡ матур ваҡиға булды. Төрлө төбәктәрҙән килгән уҡытыусылар алдында сығып награда алыу, әлбиттә, тулҡынландырғыс. Ошо рәүешле беҙ районыбыҙҙы данланыҡ. Тағы ла шуныһы ҡыуаныслы булды: сәхнәгә күтәрелгәндә экранда ҙур итеп тәбрикләнеүсенең исемшәрифтәре лә яҙыла. Быны күргәс, күҙҙәргә йәштәр тығылды. Атайым мәктәпкә төшмәҫ элек үк: “Минең ҡыҙым уҡытыусы буласаҡ”, - тип әйтә торғайны. Йәл, үҙе ошо көндәрҙе күрмәне, тип күңел тулып китте...
- Бына шулай, эшкә яңы дәрт, киләсәккә ҙур маҡсаттар менән ҡайтты ҙур ҡорҙан Ишембай уҡытыусылары. Ләкин, хөрмәтле йәмәғәт, шуны иҫтә тотайыҡ: телебеҙҙе һаҡлау һәр ҡайһыбыҙҙың да бурысы. Өйҙә балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ менән башҡортса һөйләшеүҙән башлана туған телгә һөйөү билдәһе.
Түңәрәк өҫтәлде Гөлнур ДӘҮЛӘТЙӘРОВА менән Резеда ШӘНГӘРӘЕВА алып барҙы.