Быйыл башҡорт теленән диктант беренсе тапҡыр халыҡ-ара кимәлдә үтәсәк.
18 май көнө теләгән һәр кем, халҡыбыҙҙың тел мәҙәниәте кимәлен күтәреү, телебеҙҙе үҫтереү, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәтен пропагандалау маҡсатында уҙғарылған сараға ҡушылып, үҙ белемен һынай ала.
Диктант ойоштороу буйынса Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының тәҡдимен хуплап, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров апрель айында тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйғайны.
Башҡорт теленән диктант яҙыу мөмкинлеге төрлө төбәктәрҙә һәм хатта сит илдәрҙә лә буласаҡ. 18 май, шәмбе көн, иртәнге сәғәт 10-да Ишембайҙа ла диктант үткәреү өсөн дүрт урын билдәләнгән.
Башҡорт телен башланғыс кимәлдә өйрәнгәндәр ошо ваҡытҡа ҡалалағы 1-се гимназияға йыйыла, телде яҡшы белеүселәрҙе Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында көтәләр. Студенттар иһә Ишембай нефть колледжында диктант яҙасаҡ. Ауыл биләмәләрендә йәшәүселәр ҙә был мөмкинлектән ситтә ҡалмаған - урындағы мәктәптәрҙә шулай уҡ диктант яҙыу ойошторола.
Барыбыҙ ҙа аңлап тора, күмәк ҡатнашлыҡ телебеҙгә ихтирам билдәһе генә түгел, ә уны өйрәнеүгә, белеүгә ынтылышты ла күрһәтәсәк. “Ике”ле алыуҙан ҡурҡырға түгел, рухлы, белемле булыуыбыҙҙы күрһәтәйек!