Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Май 2019, 02:00

Уҡыйым, тип ғариза яҙҙым

Туған телде өйрәнер өсөн ғариза яҙырға кәрәк тигәс, 7 йыл туған башҡорт телен уҡыһаҡ та, бөтәбеҙ ҙә яҙҙыҡ һәм рус мәктәбендә туған телебеҙҙе өйрәнеүҙе дауам итәбеҙ.

Туған телде өйрәнер өсөн ғариза яҙырға кәрәк тигәс, 7 йыл туған башҡорт телен уҡыһаҡ та, бөтәбеҙ ҙә яҙҙыҡ һәм рус мәктәбендә туған телебеҙҙе өйрәнеүҙе дауам итәбеҙ.
Беҙҙең 12-се лицейҙа 1-се кластан алып 11- се класҡа тиклем башҡорт балалары туған телен өйрәнә. Ә ҡалған милләт балалары башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡый. Лицейҙа Ҡорбанова Фәриҙә Рәшит ҡыҙы, Ҡотлоева Гөлнур Мөхәмәт ҡыҙы һәм Фәхретдинова Айгөл Хәлим ҡыҙы башҡорт теленән уҡыта.
Беҙгә башҡорт теле дәрестәре бик оҡшай, ашҡынып киләбеҙ. Дөрөҫ яҙырға, һөйләшергә өйрәнәбеҙ, шиғырҙар ятлайбыҙ, йырҙар йырлайбыҙ, йәнһүрәттәр, кинофильмдар ҡарайбыҙ, “Урал батыр”, “Башҡортостан ынйылары”, “Һаумы, һаумы, Әкиәт!” конкурстарында ҡатнашабыҙ һәм призлы урындар алабыҙ. Башҡорт милли кейемдәрен кейеп әҙерләнеп йөрөү беҙҙең бөтәбеҙгә лә оҡшай. Ата-әсәйҙәребеҙ килеп беҙҙең сығыштарҙы ҡарай, беҙҙең менән ғорурланалар.
Туған тел – ата-бабаларҙан ҡалған изге ҡоматрҡы. Ул - ата-әсәйемдең, туғандарымдың, яҡындарымдың теле. Туған телем минең өсөн бик ғәзиз.
Билал ИЛЬЯСОВ, 8Б класс уҡыусыһы.
Фото: авторҙың шәхси архивынан.
Читайте нас: