Һөнәр һайлап алыу һәр үҫмер өсөн етди аҙым. Ошо мөһим аҙымды яһаған саҡта егет һәм ҡыҙҙарға ярҙам итеү, күрһәтмә биреү ине уҙғарылған сараның маҡсаты. Китапханасы балаларҙы яҡын киләсәктә кәрәкле профессиялар, шулай уҡ һирәк осрай торған, сәйер һөнәрҙәр менән таныштырҙы. Шулай уҡ, "Профессиялар донъяһы" тип аталған уйында уҡыусылар ымдар аша төрлө һөнәр эйәләрен күрһәттеләр, һөнәргә бәйле мәҡәл-әйтемдәр әйтеп, йомаҡтар систе һәм башҡа уйындарҙа әүҙем ҡатнаштылар.