Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Апрель 2019, 02:00

Гимназистар ағас ултыртты

Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының башланғыс кластар корпусы тирә-яғы бөгөн ҙур байрамды хәтерләтте. Өмәгә көнө лә бик ҡулай килде - балалар менән ата-әсәләр һәр класҡа билдәләнгән урындарға дәртләнеп ағас үҫентеләрен ултыртты.

Балаларға атай-әсәй менән ошолай бергә эшләү, матур сарала ҡатнашыу танһыҡ икәнлеге күренеп тора. Ә эш бөткәс, уйнарға ла ярай! Майҙан гөр килеп торҙо! Аҡ тирәк, күк тирәк, Йәшерәм яулығым, футбол, тағы әллә ниндәй уйындар, ҡыҫҡаһы, күңел булды!
Биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күскән балалар Радий Хәбиров ағайҙарына сәләм дә еткерә, улар шәмбене ошондай сараларға бағышларға бик риза.

Фото: автор.

Фотола: 3Б класы уҡыусылары.
Читайте нас: