Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Апрель 2019, 02:00

ТИҢЛӘШЕР БАТЫРҘАР КҮП

Был шишәмбе ҡалабыҙға Рәсәй Федерацияһының юғары хәрби наградаһы Изге Георгий ордены кавалеры, Рәсәй Ҡораллы Көстәр генерал-полковнигы, “Үлемһеҙ полк” Бөтә Рәсәй гражданлыҡ-патриотик хәрәкәтенең үҙәк штабы рәйестәше Сергей Макаров килде.

Был шишәмбе ҡалабыҙға Рәсәй Федерацияһының юғары хәрби наградаһы Изге Георгий ордены кавалеры, Рәсәй Ҡораллы Көстәр генерал-полковнигы, “Үлемһеҙ полк” Бөтә Рәсәй гражданлыҡ-патриотик хәрәкәтенең үҙәк штабы рәйестәше Сергей Макаров килде.


Көндөң тәүге яртыһында ул А.В. Доставалов исемендәге Волга буйы федераль округының Башҡорт кадет корпусында булды. “Геройҙарға тиңләшеү” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙғарылған осрашыу Яугир-Еңеүсе һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башланды. Парашют-десант вышкаһы эргәһендә демонстрацион һикереүҙе ҡарағандан һуң, тантаналы сара кадет корпусының плацында дауам итте.


Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов сарала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, бөгөн уҡыусыларға Рәсәй Геройы менән танышыу өсөн үҙенсәлекле мөмкинселек булыуын иғтибарға алды.


Һуңғы йылдарҙа кадет корпусында белем биреү шарттарының күпкә яҡшырыуы, матди-техник базаның яңыртылыуы ла ҡыуаныслы күренеш. 320 урынға яңы йоҡо корпусы төҙөлөүе, һауа-десант ҡаласығы барлыҡҡа килеүе, уҡыу корпусының өс ҡатлы бинаһына капиталь ремонт уҙғарылыуы быға дәлил.


Тантаналы сараларҙан һуң ҡунаҡтар уҡыу йортоноң төрлө корпустары менән танышты, ундағы шарттарҙы ҡараны, балалар менән аралашты.
Медицина блогында кадеттарҙың сәләмәтлеген хәстәрләү саралары менән ҡыҙыҡһынһалар, ашханала туҡланыу сифатына иғтибар йүнәлттеләр. Уҡыу йортоноң музейы ла ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Владимир Игнатьев етәкселек иткән был музейҙа уҡыу йортоноң тарихы ла, Бөйөк Ватан һуғышы йылдары ла, Ишембайҙың үткәне лә бай сағылыш тапҡан. Балаларҙы патриотик рухта тәрбиәләүҙә музейҙың өлөшө ҙур.
Ғөмүмән, рухи яҡтан да, физик яҡтан да үҫеү өсөн кадет корпусында бар шарттар ҙа бар. Бүлмәләр буйлап йөрөгәндә быға йәнә бер инандыҡ. Тирҙа төҙ атырға өйрәнеүсе егеттәр ҙә иғтибарҙы йәлеп итмәй ҡалманы. Автомобиль эше бүлмәһендә машина йөрөтөү нигеҙҙәренә өйрәнеүселәрҙе тап иттек. Бында юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса теоретик белем дә алырға мөмкин, транспорт саралары тренажерҙарында практик яҡтан тәжрибә тупларға була. Белемде техник яҡтан үҫтереү өсөн робототехника түңәрәге эшләп килә. Түңәрәк етәксеһе Илдус Булатов билдәләүенсә, унда 6-9 класс уҡыусылары шөғөлләнә. Төрлө машиналар программалап, уларҙы ҡороусы егеттәрҙең оҫталығы ла һоҡландырҙы. Ҡунаҡтар кадеттар менән ихлас аралашты, уларға үҙҙәренең кәңәштәрен, теләктәрен әйтте. Шулай уҡ китапхана, һауа десантын әҙерләү кабинеты, спорт залы һәм башҡа бүлмәләргә инеп уҡытыу шарттарын ҡаранылар.


Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 34-се һанында (26.04.2019) уҡығыҙ.

Фото: автор.
Читайте нас: