Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Апрель 2019, 02:00

ҺЫНАУҘАР БЕРГӘЛӘП ЕҢЕЛӘ

Һәр бала ғаилә бәхетенә, ата-әсә наҙына лайыҡлы. Атаәсәле, туғандары булған ғаиләлә генә балалар хәстәрлек, иғтибар тойоп үҫә.Тыуған көндән башлап ғүмерҙең һуңғы минуттарына ҡәҙәр тотонор урының, таяныр кешең булыу мөһим. Юғиһә йығылып имгәнеүең, юлда аҙашыуың, тормошта яңылышыуың бар.

Һәр бала ғаилә бәхетенә, ата-әсә наҙына лайыҡлы. Атаәсәле, туғандары булған ғаиләлә генә балалар хәстәрлек, иғтибар тойоп үҫә.Тыуған көндән башлап ғүмерҙең һуңғы минуттарына ҡәҙәр тотонор урының, таяныр кешең булыу мөһим. Юғиһә йығылып имгәнеүең, юлда аҙашыуың, тормошта яңылышыуың бар.
Төрлө сәбәптәр арҡаһында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар ҡанаттары һынған ҡошто хәтерләтә. Ярай әле уларҙы үҙ тәрбиәһенә алған ғаиләләр бар һәм ундайҙарҙың һаны йылданйыл арта. Этҡол ауыл Советы биләмәһендә лә байтаҡ улар. Тәрбиәгә алдылар, тип әйтеүе генә рәхәт. Ә бит ул күпме көс, тырышлыҡ, аҡыл, сабырлыҡ талап итә. Бындай ғаиләләрҙең үҙҙәренә генә хас булған һорауҙары, проблемалары тыуып тора. Балаларҙың мәктәптә уҡыу, тәрбиәләнеү осоронда был проблемалар уртаҡҡа әйләнә. Мәктәп һәм ғаилә ошо һорауҙарға бергәләп яуап эҙләй, эҙмәэҙлекле эш алып бара. Тап ошо маҡсатта Этҡол урта мәктәбендә “түңәрәк өҫтәл” үткәрелде.
Сараны мәктәп директоры Дамир Сәхиулла улы Баһауетдинов асып ебәрҙе. Башта ул һөйләшеүҙә ҡатнашыусыларҙы ил, район, ҡала, ауыл кимәлендә патронат тәрбиәгә алыусы ғаилә, опекаға һәм попечителлеккә бирелгән балалы ғаиләләр проблемалары һәм уны хәл итеү юлдары тураһындағы яңылыҡтар менән таныштырҙы. Шулай уҡ тәрбиәгә алыусы һәм патронат ғаиләләргә түләнеүсе айлыҡ пособие, ундай ата-әсәләргә тейешле бүләкләү, опекаға һәм попечителлеккә бирелгән баланы аҫрау өсөн пособие тураһында һәм етем балаларҙы һәм атаәсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ғаиләләргә урынлаштырыуҙы дәртләндереүгә йүнәлтелгән дәүләт программалары тураһында ла әйтеп үтте. Мәҫәлән, Зөлфиә һәм Эльвина Дусалиналарҙың 8 мартта Өфөлә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында “Кескәй принцессалар балы” тип исемләнгән мәрхәмәтлек байрамында ҡатнашыуы быға асыҡ миҫал.
Уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Рәсимә Әхмәтғәли ҡыҙы Ғәйнетдинова сит баланы тәрбиәгә алған ата-әсәләргә һоҡланыуын белдерҙе. “Был аҙымға һәр кем дә баҙнат итә алмай. Кеше балаһын ҡарау өсөн бала йәнле булыу кәрәктер”, - тине ул.
Ысынлап та, балаларҙың да бит төрлө сағы була: тыңламай шаярып та ала, уйламаҫтан кәрәкле әйбереңде лә ҡыйратырға мөмкин, ҡаршылашыуы ла бар, аңғармаҫтан ауыр һүҙҙәр ысҡындырыуы ла ихтимал. Сит бала менән түгел, ҡайһы саҡта үҙ балаң менән дә уртаҡ тел табыуы ҡыйын булып китә.
Һөйләгәндәрҙе иҫбатлау, ата-әсәләрҙе әңгәмәгә йәлеп итеү маҡсатында тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Наилә Альберт ҡыҙы Абдрахманова психологик тренингтар үткәрҙе. Артабан әңгәмә үҙ көсөнә керҙе. Әсәйҙәр һөйләшеү өсөн алдан әҙерләнгән һорауҙарға яуап бирҙе. Һәр кем үҙ ғаиләһенә бала алыу тураһында уйҙың ҡасан, ни өсөн барлыҡҡа килеүен, кемдәр менән кәңәшләшеүен, тәрбиә ысулдарын, шатлыҡлы, ҡыҙыҡлы һәм күңелде ҡырған мәлдәрен күҙ уңынан үткәрҙе. Шул уҡ ваҡытта сетерекле һорауҙарға ла яуап алынды. Мәҫәлән, «Балаға ҡасан тәрбиәгә алынғанлығын еткереү дөрөҫөрәк була?». Был һорауға бер нисә бала алып тәрбиәләп үҫтергән, тәжрибәгә бай булған әсәйҙәр яуап бирҙе. “Ни тиклем иртәрәк, шул тиклем һәйбәтерәк”, - тине улар.
“Түңәрәк өҫтәл” артындағы һөйләшеү ярайһы уҡ көсөргәнешле, тулҡынландырғыс барҙы. Иң мөһиме, осрашыу фәһемле, файҙалы булды. Һәр кем үҙ һорауына яуап алды, тәжрибә уртаҡлашты.
Осрашыуҙы тамамлап, Дамир Сәхиулла улы Резеда һәм Сәфиулла Йөҙөмбаевтарға, Зилә һәм Шәрәфетдин Аҫылғужиндарға, Минегөл Ҡаһармановаға, Флүзә Аҙнабаеваға, Зөлфиә һәм Ринат Дусалиндарға маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Уларға батырсылыҡ итеп үҙ ғаиләләренә бала алғаны, шул сабыйҙарға көсөн, күңел йылылығын йәлләмәй, ысын кеше итеп тәрбиәләргә тырышҡаны өсөн рәхмәт белдерҙе.
Һөйләшеү барыһына ла файҙаға булғандыр, тим. Сөнки тормошта һынауҙарҙы бергәләп кенә еңеп булыуын һәр беребеҙ яҡшы аңлай.
Зәлифә ФӘТҠУЛЛИНА,

Этҡол урта мәктәбе уҡытыусыһы.
Фото: автор.
Читайте нас: