Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Апрель 2019, 02:00

СЪЕЗД АЛДЫНАН УЙЛАНЫУҘАР

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын билдәләгән көндәрҙә йәмәғәтселек тағы-тағы туған телебеҙ тураһында уйлана, уның тарихы, бөгөнгөһө, киләсәге ошо ерҙе үҙ иткән һәр кем өсөн әһәмиәтле һәм мөһим булып ҡала.

I БӨТӘ РӘСӘЙ БАШҠОРТ ТЕЛЕ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТЕ УҠЫТЫУСЫЛАРЫ СЪЕЗЫН ҠАРШЫЛАП



Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын билдәләгән көндәрҙә йәмәғәтселек тағы-тағы туған телебеҙ тураһында уйлана, уның тарихы, бөгөнгөһө, киләсәге ошо ерҙе үҙ иткән һәр кем өсөн әһәмиәтле һәм мөһим булып ҡала.


Уны һаҡлау, ҡәҙерләү, үҫтереү тураһында шағирҙар шиғыр, йырсылар йыр менән әйтеп биргән, ғалимдарыбыҙ ғилми эҙләнеүҙәрендә күп тапҡыр ташҡа баҫҡан. Туған телеңдең һәр кем өсөн эсер һыу, һулар һауа кеүек кәрәкле икәнен быуын-быуын ата-бабаларыбыҙ иҫбатлай килгән. Хатта әллә ниндәй һуғыштар, ҡатмарлы сәйәси хәлдәрҙә лә тел мәсьәләһе алғы планда торған. Ҡобайыр әйтһә лә, әкиәт-легенда һөйләһә лә, телдең аҡыҡ ҡашылай ҡәҙерле лә, юғалмай ҙа, һүнмәй ҙә торған ҡиммәтле нәмә икәнен әйтә килгән.


Телебеҙҙең ана шул матурлығын киләсәк быуынға еткереүселәр, уның тормошобоҙ ағышында бер туҡтауһыҙ ҡатнашыуын, яңғырап тороуын тәьмин итеүселәр – башҡорт теле уҡытыусылары. Улар бөгөн, съезд алдынан, нимәләр уйлап йәшәй икән һуң? Үҙенең тәғәйенләнеше, өмөтлө ойошторолошо менән генә лә ул һәр уҡытыусы күңелендә йылы тойғолар уята бит.


Тәбиғәте менән башҡорт теле уҡытыусыһы үткәндәр менән бөгөнгөнө бәйләүсе, киләсәккә юл ярыусы ла. Бөгөн дә ул бына шул мөҡәддәс бурысын аңлап, эшләй һәм алға ҡарап йәшәй, хыял итә. Байрамдарҙа, оло йыйындарҙа туған телебеҙҙе ҙурлағанда, күҙҙәргә йәштәр эркелә, уның өсөн ғорурлыҡ тойғоһо үҫә. Ләкин көндәлек дәрестәр, иге-сиге булмаған эштәр араһында, ҡағыҙға күмелеп отчеттар төҙөү, әленәнәле башҡорт теле дәресе иҫәбенә саралар үткәреү аҙнаға бер-ике сәғәт итеп кенә ҡаралған башҡорт теле дәрестәрен төп маҡсатынан - балаларҙы башҡорт телендә аралашырға өйрәтеүҙән алыҫлаштыра. Был эште һәр уҡытыусы заман талаптарына ярашлы үтәргә тырыша. Ләкин тағы һорау тыуа: туған телебеҙ ғаиләлә, үҙ-ара аралашыу өсөн генә кәрәк булып сығамы?


90-сы йылдарҙа уны дәүләт кимәленә күтәргәйнек бит, уға дәүләт статусы бирелеп, уҡыу йорттарына балаларыбыҙға үҙ телендә имтихандар биреп инергә мөмкинлек тыуҙырылғайны. Бөгөнгө көндә төрлө өлкәләрҙә уңышлы эшләп йөрөгәндәр - шул уҡыусыларыбыҙ бит! Улар Башҡортостаныбыҙға арымайталмай хеҙмәт итә, үҙҙәренең юғары белемдәре менән еребеҙҙе данлай. Ә ике тиҫтә йыл да үтмәгән, ошо яҡшы эштәр онотола бара: хатта башҡорт бүлектәрен һайлаған абитуриенттар ҙа рус әҙәбиәтенән генә имтихан биреп уҡырға инә ала. Был беҙҙең йөҙәрләгән яҙыусыларыбыҙ, ғалимдарыбыҙҙың хеҙмәтен, тормош эшен кәметеп ҡарау түгелме? Уларҙың исеме халыҡ алдында яҡланмағанмы, белемдәре профессиональ стандарттар аша үтмәгәнме? Әгәр юғары уҡыу йорттары кимәлендә яңынан имтихандар башҡорт теле менән бәйле була икән, киләсәккә етәкселәр әҙерләү өсөн ойошторолған уҡыу йортона уҡырға инеү өсөн башҡорт телен белеү мотлаҡ тип ҡуйыла икән, телде уҡытыу проблемаһы еңел хәл ителәсәк. Бөгөнгө көндә башҡорт телен уҡытыуҙы ғариза аша ойоштороу үҙе генә лә телебеҙҙе кәмһетеү була түгелме? Ул эште ойоштороуҙа ла урындарҙа күпме хаталар ебәрелә, һөҙөмтәлә, күпме бала тыуған илендә туған тел дәрестәренән ситтә ҡала. Был хәлгә лә түҙеп ҡарайбыҙ – беҙ бит толерант халыҡ! Ә бит хатта рус мәктәптәрендә башҡорт теленән имтихандар бирергә ынтылыусы уҡыусылар бар. Рус балалары башҡорт теленең ошо ер теле икәнен яҡшы аңлай, имтиханға әҙерләнә, тимәк, телдең киләсәктә кәрәк буласағын аңлай улар. Һәм улар ышанысы хаҡлы ла, уны үҫтерергә, туған телебеҙ статусын киңәйтергә кәрәк, туғандар! Көтөп алған съезд-йыйыныбыҙ ошо төп мәсьәләләрҙе хәл итһә ине: башҡорт телен дәүләт кимәленә күтәреү! Ә беҙ, башҡорт теле уҡытыусылары, үҙ нәүбәтебеҙҙә һәр балабыҙ йөрәгенә рух яға, үҙе һайлаған вузға башҡорт теленән имтихан биреп инерлек итеп әҙерләй алабыҙ. Бының өсөн беҙҙең белемебеҙ ҙә, тәжрибәбеҙ ҙә, рухи тырышлығыбыҙ ҙа етерлек. Беҙҙең Юрматы ере үҙәгендә генә лә тиҫтәнән ашыу юғары исемгә лайыҡлы уҡытыусыларыбыҙ бар, йылданйыл уҙғарылып торған “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһендә үҙ белемен, оҫталығын Республика-төбәк араһына сығара алған йәш, талантлы коллегаларыбыҙ үҫә. Тимәк, Мостай Кәрим әйткәндәй, беҙ барбыҙ, булғанбыҙ һәм буласаҡбыҙ, тарих арбаһында алға барасаҡбыҙ!




Фото: автор архивынан.
Читайте нас: