Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Апрель 2019, 02:00

ӨС ЯҠЛЫ БӘЙЛӘНЕШ үҙен һәр яҡлап аҡлай

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында “Асыҡ ишектәр” көнө үтте. Беренсе класҡа уҡыу йортон һайлау алдында торғандарға ла, балалары әлеге көндә ошо мәктәптә белем алыусы ата-әсәләр өсөн дә файҙалы сара булды ул.

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында “Асыҡ ишектәр” көнө үтте. Беренсе класҡа уҡыу йортон һайлау алдында торғандарға ла, балалары әлеге көндә ошо мәктәптә белем алыусы ата-әсәләр өсөн дә файҙалы сара булды ул.


Гимназия-интернатта әле 890 бала уҡый, уларҙың 181-е интернат ятағында йәшәй. Уҡыу йорто коллективы, балалар ата-әсәләрҙе ҙур ҡунаҡтай күреп ҡаршы алды. Сара программаһы йөкмәткеле һәм гимназия тормошон һәр яҡлап асыу маҡсаты менән төҙөлгәйне. Башланғыс кластар корпусында ла ошо уҡ тәртиптә осрашыу ҡоролдо. Ата-әсәләр балаларының асыҡ дәресенә инә алды, мәктәп етәкселегенә, уҡытыусыларға төрлө ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы биреү мөмкинлеге булды. Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына әҙерлектә ата-әсәләрҙең роле, үҫмерҙәр араһында моббинг һәм буллинг (коллектив, төркөм тарафынан йәберләнеү, психологик террор) күренештәрен иҫкәртеү, балаға уңышлы булырға нисек ярҙам итергә – ошо көнүҙәк темалар күтәрелгән майҙансыҡтар эше лә бик күп атаәсәләрҙе йәлеп итте.


Ата-әсәләрҙе гимназия-интернатта туҡланыу, балаларға тәҡдим ителгән аш-һыуҙың сифатына бәйле һорауҙар ҡыҙыҡһындырҙы. Ошоно күҙ уңында тотоп, ашханала балаларға әҙерләнгән ризыҡтарҙы тәмләү ҙә ойошторолғайны. Аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителеш шәхси эшҡыуар Г.З. Яманаева яуаплылығында.


- Көндәлек меню һәр ваҡыт ҡулланыусы мөйөшөндә эленә, контроль ризыҡтар ҡуйыла. Ата-әсәләр, санитар-гигиена талаптарын үтәгәндән һуң, халат, бахила кейеп, ҡулдарҙы йыуып, ашханала меню менән таныша, әҙер ашты тәмләп ҡарай ала, - тип уртаҡлашты мәктәп ашханаһы хеҙмәткәрҙәре.


Ата-әсәләрҙең теләк-тәҡдимдәрен электрон юл, йә шылтыратып белдерә алыуы мөһим. Ышаныс почтаһы ла эшләй гимназияла.


Уҡыусыларҙың Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы әҙерләгән сағыу концерты уҡыу йортондағы ижади мөхит, һәләттәр үҫеше күрһәткесе булып ҡабул ителде, ата-әсәләр күңеле тулып, һәр сығышты алҡыштар менән оҙатты. Уҡыусыларҙың, мәктәптең үҙендә күп йүнәлештәге тиҫтәнән ашыу түңәрәктән тыш, гимназияла филиалы булған Балалар сәнғәт мәктәбе, Балалар һәм үҫмерҙәр ижад йорто, Экология-биология үҙәге түңәрәктәрендә һәләттәрен үҫтереү мөмкинлеге бар. Әлбиттә, былар барыһы ла үҙ һөҙөмтәһен бирә.


Асыҡ ишектәр форматындағы осрашыуҙар, ата-әсәләр теләк-тәҡдименә нигеҙләнгән саралар гимназия йолалары рәтендә. “Коллектив – уҡыусылар – ата-әсәләр” бәйләнеше ышаныслы, һөҙөмтәле булһын өсөн тырышлыҡ үҙен һәр яҡтан аҡлай.






Фото: автор.
Читайте нас: