Эйе, беҙҙең тәбиғәт бай, төрлө һәм йомарт. Бында бейек тауҙар, серле урмандар, мул һыулы йылға-күлдәр, киң яландар бар. Урмандарына инһәң, һине зифа буйлы аҡ ҡайындар, ҡупшы кулдәкле шыршылар ҡаршы ала. Болондарында йөҙөп йөрөрлөк, төрлө-төрлө сәскәләр үҫә. Зәңгәр күккә, йылы аяҙ көнгә, урмандың төрлө биҙәктәренә һоҡланып туя алмаҫлыҡ бит.
Бөгөн Кинйәкәй ауылы китапханаһында балалар ҡатнашлығында "Тәбиғәткә һөйөү" исемле осрашыу уҙғарылды. Тәбиғәтте һаҡлау, уны тәләфләмәй киләсәк быуынға еткереү, эсәр һыуыбыҙ, һулар һауабыҙ таҙа булһын өсөн йүнәлтелгән осрашыуҙа төрлө конкурс-уйында ойошторолдо.