Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Март 2019, 02:00

Уҡыусылар үҙ белемен күрһәтте

Быйыл Республикабыҙ ойошторолоуына 100 йыл. Ошо датаға ҡарата 15 мартта Әхмәр урта мәктәбендә алтынсы һәм етенсе класс уҡыусылары араһында "Башҡортостанды беләһеңме?" тип аталған викторина үткәрелде.

1919 йылдың 20 мартында «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт совет автономияһы тураһында килешеү» нигеҙендә Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы иғлан ителә.
Быйыл Республикабыҙ ойошторолоуына 100 йыл. Ошо датаға ҡарата 15 мартта Әхмәр урта мәктәбендә алтынсы һәм етенсе класс уҡыусылары араһында "Башҡортостанды беләһеңме?" тип аталған викторина үткәрелде.
Командалар Башҡортостан тарихына ҡағылған һорауҙарға яуап бирҙеләр, Башҡортостан һүҙенән яңы һүҙҙәр төҙөнөләр, тыуған ил тураһында шиғыр уйлап сығарҙылар, мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрҙөләр.
Викторинала ҡатнашҡандары, үҙ белемдәрен тикшереп ҡарағандары өсөн уҡыусыларға ҙур рәхмәт!

Шулай уҡ сараны музыкаль яҡтан биҙәгәне өсөн Рәзилә Әсҡәт ҡыҙына, командаларҙың сығыштарын ғәҙел баһалағандары өсөн Ләйлә Ғилметдин ҡыҙы менән Альбина Самат ҡыҙына рәхмәт һүҙҙәреббеҙҙе еткерәбеҙ.



Читайте нас: