- Беҙҙә төрлө саралар йыш булып тора. Бөгөнгө семинарҙа иһә йәш атайҙарҙың ҙур теләк менән ҡатнашыуын күреп һөйөндөк. Ҡыҙҙары улар өсөн ғорурланып, һоҡланып ултыра, - ти күп йыл-дар балалар баҡсаһын етәкләүсе Ольга Стручалина. – Маҡсатыбыҙ – ҡыҙ баланың шәхесе үҫешендә, уның артабанғы яҙмышында атай тәрбиәһенең мөһимлеген аңлар-ға ярҙам итеү.