Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Март 2019, 04:00

Әлифбаны уҡып үҫә балалар

Маҡар мәктәбендә «Әлифба» байрамы үтте. Әлифбаны уңышлы тамамлауҙары менән ҡотларға байрамға ата-әсәләр, уҡыусылар, уҡытыусылар йыйылды.

Маҡар мәктәбендә «Әлифба» байрамы үтте. Әлифбаны уңышлы тамамлауҙары менән ҡотларға байрамға ата-әсәләр, уҡыусылар, уҡытыусылар йыйылды.

Сентябрь айында мәктәпкә аяҡ баҫҡан кескәйҙәр үҙҙәренең тәүге уңыштары менән уртаҡлашты, алған белемдәрен күрһәтте, шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы. Киләсәктә тағы ла тырышып уҡырҙар, төрлө ярыштарҙа әүҙем ҡатнашырҙар, тигән өмөт уятты улар. Беренселәрҙе уҡырға өйрәтеүҙә күп көс түгеүсе ата-әсәләре һәм беренсе уҡытыусылары Мәүлиҙә Әхмәт ҡыҙы Белем иленең юғары баҫҡысына күтәрелеүҙә балаларға уңыштар теләне.

Байрамдан барыһы ла күтәренке кәйеф, дәрт, илһам алып таралышты.




Читайте нас: