Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Март 2019, 04:00

“Беҙ күргәнде, һеҙ күрмәгеҙ”,- ти сталинградсы Йәмилә инәй РӘХМӘТУЛЛИНА

Кинйәбулат урта мәктәбендә патриотик темаға төрлө саралар үтеп тора. 5-се һәм 6-сы кластар уҡыусылары менән Рәсәйҙең дан көнөнә, совет ғәскәрҙәренең Сталинградты фашистарҙан азат итеүенә 76 йыл тулыуға арналған дәрес - осрашыу бигерәктә фәһемле булды.

Кинйәбулат урта мәктәбендә патриотик темаға төрлө саралар үтеп тора. 5-се һәм 6-сы кластар уҡыусылары менән Рәсәйҙең дан көнөнә, совет ғәскәрҙәренең Сталинградты фашистарҙан азат итеүенә 76 йыл тулыуға арналған дәрес - осрашыу бигерәктә фәһемле булды.


Сталинград һуғышы тураһындағы слайдтар, документаль фильм ҡарағандан һуң, ҡунағыбыҙ Йәмилә инәй Рәхмәтуллинаға һүҙ бирҙек.

Ҡаланы фашистарҙан азат иткәс, ундағы емереклектәрҙе бөтөрөү өсөн илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән йәштәрҙе йыялар. Улар араһында 16 йәшлек кенә Йәмилә лә була. Йәмилә инәй уҡыусыларға, станцияға тиклем атаһының оҙатып ҡалыуын, юлда барғанда емерек ауыл-ҡалалар аша үтеүҙәрен, барып еткәс, ни тиклем ауырлыҡтар күреүен һөйләне. “Беҙҙең күргәндәрҙе, балалар, һеҙгә күрергә яҙмаһын, һуғыштар булмаһын, тыныслыҡ булһын ”, - ти ул.

Осрашыуҙа Гөлниса апай Хисмәтуллина менән мәктәп директоры Шайморат Ғиниәтуллин башҡарыуында Әсғәт Мирзаһитовтың “Әсәләр көтәләр улдарын” әҫәренән өҙөк сәхнәләштерелеүе лә йөрәктәргә үтеп инде.

Совет халҡы ҡот осҡос һуғышты еңеп сыҡты. Еңеү еңел бирелмәүен әлеге осрашыуҙа йәнә бер ҡат хәтергә алынды.

6-сы класс уҡыусыһы Гөлшат Ҡорбанғәлиева башҡарыуындағы ауылдаш шағирыбыҙ Риф Мифтаховтың “Еңеү халҡы” шиғыры сараны тағы ла байытып, тулыландырып ебәрҙе.

Беҙҙең бәхетле тормошобоҙ өсөн ҡорбан булғандарҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ! Әлеге көндә иҫән булған һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының ҡәҙерен беләйек, хөрмәт итәйек!




Фото: автор.


Читайте нас: