Балаларға төплө белем биреү – бер оҫталыҡ булһа, эшеңде күрһәтә белеү – йәнә бер һәләт. Иң юғары баһаға лайыҡ булыусылар, конкурс еңеүселәре алҡыштар менән тәбрикләнде. “Йыл педагогы-2019” номинацияһында 30-сы балалар баҡсаһынан Айгөл Ғайсина еңде, Тимашевка мәктәбенән Гөлназ Хәлиуллина “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2019” еңеүсеһе булды, Васильевка мәктәбенән Евгений Васильев “Йәш педагог - 2019”, 16-сы мәктәптән Анна Йәләева ”Йыл уҡытыусыһы - 2019” исемдәренә лайыҡ булды.